Добавить в корзинуПозвонить
Найти в Дзене

Белорет районында тағы ла бер фельдшер-акушерлыҡ пункты төҙөлдө

Белорет районының Ҡаһарман ауылында заманса фельдшер-акушерлыҡ пункты барлыҡҡа килде, тип хәбәр иттеләр район хакимиәтендә. ФАП Рәсәй Президенты Владимир Пуиндың май указдары буйынса ғәмәлгә ашырылған “Һаулыҡ һаҡлау” милли проектының (национальный проект "Здравоохранение") “Һаулыҡ һаҡлауҙың беренсел звеноһын модернизациялау” төбәк программаһы сиктәрендә төҙөлгән. Элекке пункт мейес менән йылытылған иҫке ағас бинала урынлашҡан. Яңы бинала күҙәтеү, процедура бүлмәһе, фельдшер кабинеты, персонал һәм медикаменттар һаҡлау бүлмәләре, пациенттар өсөн иркен холл бар. Унда медицина ҡорамалдары һәм мебель индерелгән, инженер селтәрҙәренә тоташтырырға ғына ҡалған. Медицина учреждениеһын тәжрибәле фельдшер Фаина Ғәзизова етәкләйәсәк. Фельдшер-акушерлыҡ пункты 344 кешене, шул иҫәптән 74 баланы хеҙмәтләндерәсәк. Әлеге ваҡытта документтар менән эш тамамлана, ә тәүге пациенттарҙы бында Яңы йыл башында ҡабул итәсәктәр. Фото сығанағы: vk.com/beloradm?from