Найти в Дзене

Башҡортостан "Земство тренеры" программаһында ҡатнаша

Мәскәүҙә 2024 йылда Дәүләт Думаһының Физик культура һәм спорт буйынса комитетының йомғаҡлау ултырышы үтте, унда «Земство тренеры» проекты тәҡдим ителде. Программа Рәсәй Федерацияһы Президенты Владимир Путиндың ауыл еренә һәм илдең бәләкәй ҡалаларына тренер кадрҙарын йәлеп итеү буйынса йөкләмәләренең береһен тормошҡа ашырасаҡ. “Ауыл тренеры" проектында ҡатнашыусы һәр кем биш йыллыҡ контракт төҙөгәндә, 1 миллион һум аласаҡ. 2025 йылда Федераль программа тормошҡа ашырыласаҡ пилот төбәктәр - Алтай крайы, Брянск өлкәһе, Волгоград өлкәһе, Омск өлкәһе, Силәбе өлкәһе һәм Башҡортостан Республикаһы. Билдәләп үтәйек, Башҡортостанда ошондай уҡ «Ауыл тренеры» программаһы эшләй. - Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров инициативаһы буйынса 2020 йылдан Рәсәйҙә тәүге тапҡыр “Ауыл тренеры” проекты тормошҡа ашырыла, уларға ла 1 миллион һум түләнә. Тренерҙар был аҡсаны торлаҡ шарттарын яҡшыртыуға һәм башҡа социаль ихтыяжлыҡтарына тотона ала. Ошо программа ярҙамында республикала 179 тренерға ярҙам иттеләр. Б

Мәскәүҙә 2024 йылда Дәүләт Думаһының Физик культура һәм спорт буйынса комитетының йомғаҡлау ултырышы үтте, унда «Земство тренеры» проекты тәҡдим ителде. Программа Рәсәй Федерацияһы Президенты Владимир Путиндың ауыл еренә һәм илдең бәләкәй ҡалаларына тренер кадрҙарын йәлеп итеү буйынса йөкләмәләренең береһен тормошҡа ашырасаҡ. “Ауыл тренеры" проектында ҡатнашыусы һәр кем биш йыллыҡ контракт төҙөгәндә, 1 миллион һум аласаҡ. 2025 йылда Федераль программа тормошҡа ашырыласаҡ пилот төбәктәр - Алтай крайы, Брянск өлкәһе, Волгоград өлкәһе, Омск өлкәһе, Силәбе өлкәһе һәм Башҡортостан Республикаһы. Билдәләп үтәйек, Башҡортостанда ошондай уҡ «Ауыл тренеры» программаһы эшләй. - Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров инициативаһы буйынса 2020 йылдан Рәсәйҙә тәүге тапҡыр “Ауыл тренеры” проекты тормошҡа ашырыла, уларға ла 1 миллион һум түләнә. Тренерҙар был аҡсаны торлаҡ шарттарын яҡшыртыуға һәм башҡа социаль ихтыяжлыҡтарына тотона ала. Ошо программа ярҙамында республикала 179 тренерға ярҙам иттеләр. Быйылдан “Ҡала тренеры” проекты старт ала. Рәсәй Спорт министрлығына күрһәтелгән ышаныс өсөн рәхмәт белдерәбеҙ. Яңы башланғыс ауыл еренә квалификациялы кадрҙарҙы йәлеп итергә ярҙам итер тип ышанам, - тип билдәләне Башҡортостан Республикаһының спорт министры вазифаһын башҡарыусы Руслан Хәбибов.