Ошо туралағы указға 8 декабрҙә Рәсәй Президенты Владимир Путин ҡул ҡуйҙы. Александр Невский ордены – Рәсәй империяһы һәм Советтар Союзы наградалары системаһында ҡайһы бер үҙгәрештәр менән булған берҙән-бер награда. Заводтың тағы күпме ордены бар? 1936 йылда – М-100 моторын серияға индергән өсөн Ленин ордены; 1945 йылда – авиация моторҙары етештереү буйынса хөкүмәт заданиеларын өлгөлө үтәгәне өсөн Ҡыҙыл Байраҡ ордены; 1971 йылда – биш йыллыҡ планды уңышлы үтәгәне һәм яңы техника — автомобиль моторҙары етештереүҙе ойошторғаны өсөн Ленин ордены. Шулай уҡ 1943 йылда Ленин ордены менән Владимир Климов етәкселегендәге 26-сы завод составында эшләгән тәжрибә-конструкторлыҡ бюроһы коллективы бүләкләнгән. Фото: https://vk.com/team_umpo