Республиканың Дәүләт автоинспекцияһынан хәбәр итеүҙәренсә, бөгөн, 8 декабрҙә, иртәнсәк Өфө – Шишмә автомобиль юлының 16-сы километрында “Джели Монджара” рулендә 46 йәшлек ҡатын Шишмә яғынан Өфө йүнәлешендә хәрәкәт иткәндә светофорҙың тыйыу сигналы янған саҡта юл аша сығып барған йәйәүлене тапата. Авария һөҙөмтәһендә 70 йәшлек ир ашығыс медицина ярҙамы килгәнгә тиклем алған тән йәрәхәттәренән вафат була. Юл-транспорт ваҡиғаһы урынында Дәүләт автоинспекцияһы һәм башҡа ашығыс хеҙмәттәр хеҙмәткәрҙәре эшләй. Тулыраҡ мәғлүмәт асыҡлана. Хөрмәтле водителдәр, автомобиль уңайлыҡ биргән техник сара ғына түгел, ә ҙур хәүеф сығанағы булып тороуын онотмағыҙ. Бер ваҡытта ла ашыҡмағыҙ, айырыуса төндә, ҡараңғыла тиҙлек режимын арттырмағыҙ. Юлдарығыҙ имен булһын! Фото: @bash_gibdd