Добавить в корзинуПозвонить
Найти в Дзене
Башҡортостан гәзите

Башҡортостан иҡтисады ныҡ үҫешкән

Өфөлә барған Халыҡ-ара эшҡыуарлыҡ аҙналығы сиктәрендә республикабыҙҙың сауҙа-сәнәғәт палатаһы ойошторған "Рәсәй иҡтисадының локомотивтары" тигән конференцияла Башҡортостан Башлығы Радий Хәбировтың ҡатнашыуы сараға йәнлелек өҫтәне. Радий Фәрит улы әйтеүенсә, конференция илебеҙ һәм республикабыҙ өсөн ҡатмарлы ваҡытта үтә. – Шулай булыуға ҡарамаҫтан, беҙ бөтә һынауҙарҙы ла лайыҡлы уҙғарабыҙ, – тине Радий Хәбиров. – Әгәр макроиҡтисадтағы күрһәткестәр тураһында һөйләһәк, унда хәлдәр насар түгел. Беҙ иҡтисадта үҫеш күҙәтәбеҙ, сәнәғәттә лә үҫешкә табан юл алғанбыҙ. Бик күп ауыр мәсьәләләр ыңғай хәл ителә, айырыуса технологик суверенитетта һөҙөмтәләр яҡшы. Радий Фәрит улы яҡшы эшләгән предприятиеларҙың хужаларын маҡтап телгә алды. – Республикабыҙҙың Сауҙа-сәнәғәт палатаһы – бик бай тарихлы структура, – тине республика етәксеһе. Фото: Башҡортостан Башлығы сайтынан.