Республикала тыныс ҡына сираттағы аҙна ла үтеп китеп бара. Башҡортостан ҙур форумдар ҡабул итә, яңы инвестиция партнерҙары таба, мәҙәни һәм ғилми тормош үҙ яйы менән йәшәй. Ләкин ошоноң араһында ла тырнаҡ аҫтынан бысраҡ эҙләүселәр юҡ түгел. Йә тегендә, йә бында оппозиция баҫмалары ағыу сәсеп ҡалырға тырыша. Был аҙнала ниндәй темалар фашланды? “Пульс Уфы” тип аталған оппозицияға ҡараған телеграм-канал “сенсация” баҫтырҙы. Имеш, ҡарағыҙ әле, нисек кешеләр Хәбиров осоронда ауыр йәшәй: “Инцидент” системаһы аша 2018 йылдан алып бер миллион тапҡыр ялыу юллаған. Каналдың админы “ныҡ ғәҙеллек яратҡан” Альберт Рәхмәтуллин тигән кеше ни эшләптер был системаның тап әлеге Башлыҡ башланғысы менән эшләй башлауы тураһында өндәшмәй. Уға тиклем Башҡортостан кешеләре ялыуҙары менән социаль селтәрҙәр аша дәүләт органдары һәм ведомстволарға бөтөнләй мөрәжәғәт итә алмай ине. "Однажды в Башкирии" телеграм-каналы ла шым ҡала алманы. “Пруфы” баҫмаһы күҙәтеүселәре – әлеге каналдың админдары яҙыуынса, миллионла