- Өфө йыл һайын иң яҡшы тәжрибәләрҙе өйрәнеү һәм һөҙөмтәле ҡарарҙар эҙләү өсөн абруйлы майҙансыҡ булып торған ҙур фәнни, мәғариф һәм мәғрифәтселек форумдарын уҙғарыу урыны булып тора. Бындай киң вәкиллек һәм сараны даими үткәреү был аралашыу форматының кәрәклеген күрһәтә. Беҙҙең республикаға эксперттар һәм остаздар сифатында сығыш яһаусы ғалимдар килә, беҙ алдынғы фән эшмәкәрҙәре, Рәсәй һәм донъя кимәлендәге эксперттар менән даими диалогта торабыҙ, фәнни компетенцияларҙың үҫеше өсөн шарттар булдырабыҙ,- тип билдәләне Башҡортостан Хөкүмәте Премьер-министрының беренсе урынбаҫары вазифаһын башҡарыусы Урал Килсенбаев. Сарала ҡатнашыусыларға РФ-тың һаулыҡ һаҡлау министры Михаил Мурашко сәләмләү һүҙен ебәрҙе. Унда ул йөрәк-ҡан тамырҙары ауырыуҙары менән көрәш дәүләт сәйәсәтенең өҫтөнлөклө йүнәлеше булып тороуын, шул иҫәптән «Һаулыҡ һаҡлау» милли проекты сиктәрендә тормошҡа ашырылыуын билдәләне. Һуңғы биш йылда төбәк ҡан тамырҙары үҙәктәренең һәм беренсел ҡан тамырҙары бүлексәләренең матди-те
Йөрәк-ҡан тамырҙары сирҙәрен дауалау буйынса IV Евразия конгресы эшләй
30 ноября 202430 ноя 2024
3 мин