Найти в Дзене
Башҡортостан гәзите

Башҡортостандың йәштәр хөкүмәте - илдә иң яҡшыһы

27 - 30 ноябрҙә Красноярск ҡалаһында Рәсәй Йәштәр хөкүмәттәре ассоциацияһының XVI Бөтә Рәсәй съезын ябыу тантанаһында илдең йәштәр хөкүмәттәре һөҙөмтәлелеге буйынса федераль рейтингка йомғаҡ яһалды. Беҙҙең йәштәр хөкүмәте Рәсәй һәм Волга буйы федераль округы кимәлендә иң яҡшыһы тип танылды! Башҡортостандың Йәштәр сәйәсәте буйынса дәүләт комитеты рәйесе Вито Сабировҡа башланғыстарға һәм тәҡдимдәргә ярҙам иткәне, административ һәм методик ярҙамы, шулай уҡ алға барырға даими дәртләндергәне өсөн ҙур рәхмәт! Төбәк министрлыҡтары һәм ведомстволары етәкселәренә, республиканың муниципаль берәмектәре хакимиәт башлыҡтарына федераль һәм төбәк проекттарында ҡатнашҡандары, йәштәр араһында дәүләт һәм муниципаль хеҙмәтте популярлаштырыу буйынса эше өсөн ҙур рәхмәт! “Илдең Йәштәр хөкүмәттәре ассоциацияһынан коллегаларға, еңеүгә ҙур өлөш индергән Кирилл Пахотинға айырым рәхмәт һүҙҙәре! Башҡортостан Республикаһы Башлығы Радий Хәбиров билдәләүенсә: "Төн уртаһында бөтә ҡаҙаныштар нулгә тиңләшә". Беҙ был принципҡа таянабыҙ һәм алда әле бик күп эш барлығын аңлайбыҙ! Артабан яңы ҡаҙаныштарға һәм еңеүҙәргә табан атлайбыҙ!” тип яҙҙылар БР Йәштәр хөкүмәте сайтында Мәғлүмәт һәм фото: https://vk.com/wall-185255777_1890