Найти в Дзене

Ике илдең йәш лидерҙары форумы үтте

26 ноябрҙә Өфөнөң Көрәш һарайында Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров Йәш лидерҙар форумының “Рәсәйҙә һәм Ҡаҙағстанда йәштәр эшҡыуарлығы: тәжрибә уртаҡлашыу һәм партнерлыҡ мөмкинлектәре” пленар сессияһында ҡатнашты. Сара 26-27 ноябрҙә республикабыҙҙың баш ҡалаһында үткән Рәсәй менән Ҡаҙағстандың ХХ төбәк-ара хеҙмәттәшлек форумы сиктәрендә уҙҙы. Форум делегаттарына тәбрикләү телмәрендә Башҡортостан етәксеһе, ике төрки халҡы уртаҡ тарихи тамырға эйә, тип билдәләне. – Башҡортостан менән Ҡаҙағстанды күп быуатлыҡ йолалар, мәҙәниәт, тел бәйләй. Был беҙҙең туғандаш хеҙмәттәшлектең нигеҙе булып тора, уға илдәребеҙ лидерҙары – Владимир Владимирович Путин һәм Ҡасим-Жомрат Кемелевич Токаев ныҡ ярҙам итә. Уларҙың бер-береһенә ихтирамлы мөнәсәбәте партнерлыҡты үҫтереү өсөн ныҡлы нигеҙ булдыра, – тине Радий Хәбиров. – Әлеге ваҡытта беҙ Башҡортостан һәм Ҡаҙағстан бизнесын берләштергән яңы уртаҡ проекттар әҙерләйбеҙ. Йәштәребеҙ халыҡтарыбыҙ араһында дуҫлыҡ һәм эшлекле бәйләнештәрҙе нығытып, ошо процест

26 ноябрҙә Өфөнөң Көрәш һарайында Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров Йәш лидерҙар форумының “Рәсәйҙә һәм Ҡаҙағстанда йәштәр эшҡыуарлығы: тәжрибә уртаҡлашыу һәм партнерлыҡ мөмкинлектәре” пленар сессияһында ҡатнашты. Сара 26-27 ноябрҙә республикабыҙҙың баш ҡалаһында үткән Рәсәй менән Ҡаҙағстандың ХХ төбәк-ара хеҙмәттәшлек форумы сиктәрендә уҙҙы. Форум делегаттарына тәбрикләү телмәрендә Башҡортостан етәксеһе, ике төрки халҡы уртаҡ тарихи тамырға эйә, тип билдәләне. – Башҡортостан менән Ҡаҙағстанды күп быуатлыҡ йолалар, мәҙәниәт, тел бәйләй. Был беҙҙең туғандаш хеҙмәттәшлектең нигеҙе булып тора, уға илдәребеҙ лидерҙары – Владимир Владимирович Путин һәм Ҡасим-Жомрат Кемелевич Токаев ныҡ ярҙам итә. Уларҙың бер-береһенә ихтирамлы мөнәсәбәте партнерлыҡты үҫтереү өсөн ныҡлы нигеҙ булдыра, – тине Радий Хәбиров. – Әлеге ваҡытта беҙ Башҡортостан һәм Ҡаҙағстан бизнесын берләштергән яңы уртаҡ проекттар әҙерләйбеҙ. Йәштәребеҙ халыҡтарыбыҙ араһында дуҫлыҡ һәм эшлекле бәйләнештәрҙе нығытып, ошо процестың этәргес көсө булыр тип ышанам. Ҡаҙағстан менән Рәсәй хеҙмәттәшлеген үҫтереү өсөн сараның мөһимлеген Рәсәйҙең иҡтисади үҫеш министры урынбаҫары Дмитрий Вольвач билдәләне. – Йәш эшҡыуарҙар, яңы тармаҡтарҙы һәм алымдарҙы үҙләштереп, бизнесты үҫтереүҙә төп роль уйнай. Өфөләге форум Рәсәйҙән һәм Ҡаҙағстандан 130-ҙан ашыу ҡатнашыусы тәжрибә уртаҡлаша, партнерлыҡ бәйләнештәрен юлға һала алған үҙенсәлекле майҙансыҡҡа әүерелде, – тине Дмитрий Вольвач. – Илдәребеҙҙең берлектәге проекттары халыҡ-ара баҙарҙарға сығыуға тәүге аҙым буласаҡ. Ҡаҙағстан менән партнерлыҡтан башлап Рәсәйҙән йәш эшҡыуарҙар үҙ идеяларын һынап ҡарай һәм бизнесты артабан глобаль баҙарҙарға сығыуға әҙерләй ала. Халыҡ-ара форумды үткәреү майҙаны сифатында Өфөнө һайлап алыу ҡаҙаҡ һәм башҡорт халыҡтары араһында күп йыллыҡ хеҙмәттәшлек традициялары һәм төбәктең үҫеш кимәле менән аңлатыла, тип билдәләне Ҡаҙағстандың сауҙа һәм интеграция министры Ҡайрат Торебаев. – Бөгөнгө сара заманса инфраструктуралы ҡалала үтә. Спорт һәм мәҙәни майҙансыҡ булған объект – Көрәш һарайы, бының символы булып торҙо, - тине Ҡайрат Торебаев. - Рәсәй менән Ҡаҙағстандың төбәк-ара хеҙмәттәшлек форумы – башланғысты артабан үҙ-ара килешеп эш итеүҙең нигеҙе буласаҡ йәш быуынға тапшырыу өсөн мөһим аҙым. Шуны билдәләп үтәйек: эшҡыуарлыҡҡа ярҙам итеү сиктәрендә Башҡортостанда төрлө йәштәр программалары тормошҡа ашырыла. “Йәшлек. Бизнес” проекты үҙ эшеңде асыуҙа һәм үҫтереүҙә ярҙам итә. 2023 йылда яңы осрашыуҙар форматы – “Бизнес-асыш” эшләй башланы, унда эшҡыуарҙар бер-береһе менән уңышлы тәжрибә уртаҡлаша. Төбәктә шулай уҡ “Росмолодежь.Бизнес” клубы эшләй, унда ғилми һәм технологик стартаптарҙы үҫтереүгә ҙур иғтибар бүленә. Эшҡыуарҙарға ярҙам итеүҙә мөһим ролде бизнес-шерифтар - муниципалитет башлыҡтарының урынбаҫарҙары уйнай. Башҡортостандың бәләкәй һәм урта бизнес өлкәһендә йәмғеһе 560 меңдән ашыу кеше эшләй. Фото: Башҡортостан Башлығы сайты.