Найти в Дзене

Көнләшеп, һөйгән йәрҙәргә атҡан

Башҡортостанда йәшәгән бер әҙәм элекке дуҫлашҡан ҡыҙын яңы егетенән көнләшкән. Һәм быйыл июлдә һунар мылтығы алып, Дүртөйлө районының Миәҙәк ауылы яғына юллана. Был ваҡытта уның һөйгәне иптәше менән автобус туҡталышына китеп барған. Ғәйепләнеүсе ҡатын-ҡыҙҙың ҡулына һәм күкрәгенә атҡан, ә ир-егетте автомобиль менән бәрҙергән. Зыян күргән ир ҡасып китә ала. Артынан йәнә атып, көнсөл уның башын еңелсә яралай. Шунан үҙе лә был урындан ҡаса. Ҡыҙ иһә тороп, уҙып барған машинаны туҡтата. Уны дауаханаға илтәләр. Зыян күреүселәрҙең һаулығына төрлө кимәлдәге зыян килтерелгән. Ваҡытында һәм дөрөҫ медицина ярҙамы күрһәтеү арҡаһында улар иҫән ҡала. Көнсөл ир енәйәт ҡылыуҙа ғәйепле булыуын таныған. Әле суд уны туғыҙ йылға иркенән мәхрүм итеп, ҡаты режимлы колонияға ебәреү тураһында ҡарар сығарҙы. Фото: https://vk.com/novostibashkiria