18 апрелдән Башҡортостан биләмәһендә янғынға ҡаршы махсус режим индереү планлаштырыла, ул ут тоҡандырыу һәм сүп-сар яндырыу буйынса сикләүҙәрҙе күҙ уңында тота. Республика Башлығы Радий Хәбиров уҙғарған аҙналыҡ оператив кәңәшмәлә ошо хаҡта һүҙ барҙы. Төбәктең Ғәҙәттән тыш хәлдәр буйынса дәүләт комитеты рәйесе Кирилл Первов хәбәр итеүенсә, 716 кешенән һәм 130 берәмек техниканан торған ведомство ҡарамағындағы янғын-ҡотҡарыу подразделениелары 2025 йылдың янғын хәүефе осорона тулыһынса әҙер. Тәбиғәт янғындары хәүефен иҫкәртеү өсөн Башҡортостанда 1 500 янғын һүндереүсе ранец һәм 18 күсмә янғын резервуары әҙерләнгән. 2000-дән ашыу ирекмән янғын һүндереү программаһы буйынса уҡытыу үткән. Тәүлек әйләнәһенә дежурҙа КА-32 янғын һүндереү-ҡотҡарыу вертолеты тора. Бынан тыш, янғын һүндереү-ҡотҡарыу көстәрен үҫтереү стратегияһы сиктәрендә 2030 йылға тиклем өс янғын һүндереү автоцистернаһын һәм 11 берәмек тағылма янғын һүндереү техникаһын һатып алыу планлаштырыла. – Ландшафт янғындарын һүндереү өсөн