Малай сынаяҡты бер нисә тапҡыр шәп-шәп асып ҡараны ла йәнә ябып ҡуйҙы. Ҡыҙыҡһыныуын һис туҡтата алмағас, тағы сынаяҡты асып ҡараны һәм... Йәмле йәй уртаһы. Эҫе ҡояш нурҙарын тотош донъяға тарата. Һауала бер болот әҫәре күренмәй. Бер ямғыр бөртөгө төшмәй, исмаһам. Ауылдағы балалар ғына, бер нимәгә иғтибар итмәй, гөр килеп уйнай. Улар эргәһендә төрлө төҫтәге күбәләктәр өйрөлә. Бәләкәстәр араһында Ильяс исемле малай бар. Ҡаланан өләсәһенә килгән бала төрлө ҡыҙыҡ-мәҙәктәре, ғәжәп һүҙҙәре менән барыһының да иҫтәрен китәрә, уның күҙәтеүсәнлегенә, аҡыл-зиһененә хайран ҡалалар. Беренсе көндө үк малай өләсәһенең тауыҡтарына исем ҡушып бөттө, хатта әтәсте лә “Петя” тип йөрөтә башланы. Ә бер көндө Ильяс баҡсала уйнаған саҡта “ж-ж-жж” тигән тауышты ишетеп ҡалды ла уның ҡайҙан сыҡҡанлығын эҙләй башланы. “Әһә... Һин анау ҙур һары сәскә эргәһендә өйрөләһеңме? Вертолетҡа оҡшаған икән”, – тип уйлап алды ла малай, уны артабан күҙәтеүен дауам итте. Бәләкәскә йылғыр бөжәк оҡшап ҡалды. Бала, әлбиттә, уның