Бөтә донъя һаулыҡ һаҡлау ойошмаһы белдереүенсә, коронавирус 2024 йылға тиклем буласаҡ әле. Шуның өсөн был йоғошло сирҙе иҫкәртеү буйынса сараларҙы үтәү һәр беребеҙ өсөн кәрәк. Мөмкин тиклем саф һауала, бигерәк тә ҡарағай урманында йөрөргә тырышығыҙ. С витамины ҡулланығыҙ. Лимонлы һәм имбирле сәй эсегеҙ. Гөлйемештә С витамины күп. Декабрь-ғинуарҙа ылыҫ ботаҡтарында С витамины күпләп туплана. Д витамины эсергә лә онотмағыҙ. Туҡланыу рационына йыш ҡына балыҡ аҙығын индерергә тырышығыҙ. Ул - Д витамины сығанағы. Йә булмаһа, балыҡ майы ҡулланығыҙ. Шулай итеп, һеҙгә дөйөм ҡағиҙәләр: 1. С1000, Е, Д витаминдары ҡулланыу.
2. Сәғәт 10-12 араһында 15-20 минут ҡояшта ултырыу мотлаҡ.
3. Көн һайын бер йомортҡа ашау файҙалы.
4. Көн дә 7-8 сәғәт йоҡлауҙы ғәҙәт итегеҙ.
5. Көнөнә 1,5 литр таҙа һыу эсергә онотмағыҙ.
6. Ашты эҫе көйө (тик ауыҙ бешерлек булмаһын) ашағыҙ. Коронавирустың pH күрһәткесе 5,5-тән 8,5-кә тиклем тирбәлә. Шуға вирустан ҡотолоу өсөн һелтеле, йәғни pH күрһәткесе уныҡынан юғары булған