Найти тему
Башҡортостан гәзите

Евгений Кустов ниндәй кәңәштәр бирҙе?

Фото: News.yandex.ru
Фото: News.yandex.ru

Һаулыҡ һаҡлау министрлығында коронавирус инфекцияһы таралыуын иҫкәртеү мәсьәләләренә арналған сираттағы брифингты ведомство етәксеһе урынбаҫары Евгений Кустов үткәрҙе. Ул һуңғы тәүлектә республикала сирҙең таралыуына бәйле хәлгә анализ яһаны һәм йыш осраған һорауҙарға яуап бирҙе.

Тәүлек эсендә республикала коронавирус йоҡторғандар 110-ға еткән, шулай итеп, пандемия осоронда сирлеләр һаны 31 487 тәшкил итә. Республика стационарҙарында 312 ауырыу дауалана, 37-һе ауыр хәлдә, ете пациент үпкәне яһалма елләтеү аппаратына тоташтырылған. Амбулатор шарттарҙа 4 765 сирле дауалана. Тәүлектә 121 ауырыу һауыҡҡан, ҡыҙғанысҡа ҡаршы, бер пациент вафат булған.

- Беҙ ҡатыным менән вакцина яһаттыҡ. Миндә антиесемдәрҙең юғары булыуы асыҡланды. Ә хәләл ефетемдеке түбән. Антиесемдәр титры кимәле нимәгә ҡарай? Улар кеше организмында нисә ай йәшәй? Прививканан һуң иммунитет нисә айға етә?

- Вирус векторҙары күҙәнәккә эләгеп, һаҡлаусы антиген – S аҡһымы синтезын тәьмин итә. Организмда ят аҡһым барлыҡҡа килеүенә яуап итеп, тулы ҡиммәтле күҙәнәк иммунитеты формалаша. “ГамКовидВак” (сауҙа маркаһы – “Спутник V”)  вакцинаһын ике тапҡыр организмға индереү оҙайлы иммунитет барлыҡҡа килтерергә ярҙам итә. Вектор вакциналарын ҡулланыу тәжрибәһе иммунитеттың ике йылға тиклем һаҡланыуын күрһәтә.

Вакцинациянан һуң барлыҡҡа килгән антиесемдәр кимәле организмдың вакцинаға ҡарата иммун яуабына бәйле. COVID-19 инфекцияһын үткәргәндән һуң антиесемдәр өс-алты ай тирәһе һаҡлана.

- Вакцинаның тәүге этабын яһатҡандан һуң температура юғары күтәрелде. Икенсеһен эшләтергә яраймы?

- Температура күтәрелеүе организмдың прививкаға ҡарата реакцияһы тигән һүҙ, был нормаль күренеш. Ул тәүге өс көн эсендә күҙәтелә. Күп осраҡта прививка кире эҙемтәләрһеҙ үтә. Ҡайһы саҡта тән температураһы күтәрелеүе, баш ауыртыуы, быуындарҙа ауыртыныу тойолоуы, тамаҡ ҡыжмырҙауы, арыу-талсығыу, тымау тейеүе, тире сабыртыуы ихтимал.

- Прививка яһатҡандан һуң битлек кеймәй йөрөргә яраймы?

- Вакцина яһатҡандан һуң бөтә иҫкәртеү сараларын үтәү кәрәк: битлек кейеү, ҡулдарҙы йыш йыуыу, социаль дистанцияны күҙәтеү, сөнки иммунитет прививканан һуң өс-алты аҙна эсендә генә барлыҡҡа килә, был осорҙа антиесемдәр булыуына ҡарамаҫтан, һеҙҙең вирусты йоҡтороуығыҙ мөмкин.

- Әлеге ваҡытта мотлаҡ прививка яһатырға тейешлеләр исемлеге әҙерләнгәнме? Әллә эш биреүселәрҙең быны талап итергә хоҡуғы юҡмы?

- Прививкалар милли календарын раҫлау тураһындағы бойороҡтағы үҙгәрештәргә ярашлы, медицина, мәғариф, социаль хеҙмәтләндереү ойошмалары һәм күп функциялы үҙәктәр хеҙмәткәрҙәре мотлаҡ вакцинацияланырға тейеш.

Һаулыҡ һаҡлау министры урынбаҫары республика халҡын битлек режимын һаҡларға, эпидемиологик талаптарҙы үтәргә саҡырҙы.

Автор: Дина Арсланова

Присоединяйтесь к обсуждению новости в наших группах: Вконтакте , Одноклассники , Facebook .