Тормошта “тын” инсульт тигән төшөнсә бар. Федераль мейе һәм нейротехнологиялар үҙәгенең неврология бүлеге мөдире, табип-невролог, медицина фәндәре кандидаты Аминат Долова ошо хәүефле ауырыу тураһында һөйләне.
Ябай инсульттың үҙенсәлектәре хаҡында барыһы ла белә тиерлек. Был турала социаль рекламала ла, социаль селтәрҙәрҙә лә мәғлүмәт етерлек. Ә бына “тын” (йәки “йәшерен”) инсульт, Аминат Долова әйтеүенсә, клиник үҙенсәлектәре асыҡ күҙәтелмәгән һәм йыш ҡына баш мейеһенә компьютер йәки магнит-резонанслы томография үткәргәндән һуң ғына диагностикаланған сирҙе тәшкил итә.
Табиптар буласаҡ проблеманы ваҡытында асыҡлау өсөн үҙеңдең хәлеңә, һаулығыңа иғтибар итергә кәңәш бирә. Невролог билдәләүенсә, “тын” инсульт бер ҡасан да бөтөнләй эҙһеҙ үтмәй. Аминат Долова әйтеүенсә, кинәт баш әйләнеп китеүе, атлап йөрөүҙә кәмселектәр күҙәтелеүе, күреү һәләтенең түбәнәйеүе, ҡылыйлыҡ барлыҡҡа килеүе, телмәрҙең тотҡарланыуы, йөҙҙә асимметрияның башланыуы, аяҡ-ҡулдың ойоуы, хәлһеҙләнеүе ихтимал.
“Әгәр үрҙә әйтелгән үҙенсәлектәр бер аҙ ваҡыттан юҡҡа сыға икән, пациент медицина ярҙамы һорап мөрәжәғәт итеп тә тормай, проблема хаҡында бик тиҙ онота, ләкин баш мейеһенең ҡайһы бер өлөштәренә зыян килә. Уларҙы КТ-ла йәки МРТ-ла күрергә мөмкин, – ти Аминат Долова. – Шуға күрә кисекмәҫтән табипҡа күренергә кәрәк. Ул тейешле тикшереү үткәреп, диагнозды асыҡлар”.
Хәүеф төркөмөнә кемдәр инә һуң? Невролог белдереүенсә, ҡан баҫымы юғары булғандар, шәкәр диабеты менән ауырығандар, йөрәк тибешендә кәмселектәре булғандар, йоҡо артерияһы атеросклерозынан яфаланғандар “тын” инсульт буйынса хәүеф төркөмөнә ҡарай. Сәләмәт һәм баланслы туҡланмау, хәрәкәтләнмәү, саманан тыш һимереү ауырыуҙың аҙыуына килтереүе ихтимал. Тимәк, хәүеф төркөмөнә инеп, аҙ хәрәкәтләнгән, өҫтәүенә фаст-фуд яратҡан кешеләр үҙҙәренең һаулығына иғтибарлыраҡ булырға тейеш.
Инсульттан күптәр ҡурҡа, сөнки уны алдан күҙаллап булмай. Сирҙең тиҙ арала эҙһеҙ үтеп китеүе лә ихтимал, шулай уҡ кешене тотош йәки өлөшләтә фалиж һуғыуы мөмкин.
Ә “тын” инсульттың эҙемтәһе ниндәй һуң? “Ҡағиҙә булараҡ, был сирҙе еңеп сығыу әллә ни ҡыйынлыҡ тыуҙырмай. Әммә, мәғлүмәттәргә ярашлы, бындай инсульт кисергән пациенттарҙың 10-15 процентында бер нисә йыл дауамында мейелә ҡан әйләнеше боҙола, – ти Аминат Долова. – Шуға күрә ошо диагноз ҡуйылған икән, кеше үҙенең хәлен даими күҙәтергә, сирҙең билдәләрен тойған осраҡта, кисекмәҫтән табипҡа күренергә тейеш”.
Әйткәндәй, башҡа бик күп ауырыуҙар кеүек үк, “тын” инсультты ла иҫкәртергә мөмкин. “Был сирҙе иҫкәртеү саралары мейелә ҡан әйләнеше боҙолоуҙың башҡа клиник кәмселектәрен иҫкәртеүҙән әллә ни айырылмай. Тикшеренеүҙәргә ярашлы, хәүеф факторҙары араһындағы ауырыуҙарҙың иң таралғаны – артериаль гипертония”, – ти невролог.
Уның әйтеүенсә, юғары ҡан баҫымын дауалау һәм контролдә тотоу менән бер рәттән ҡайһы бер башҡа кәңәштәрҙе лә тоторға кәрәк. Мәҫәлән, липидтар алмашыныуының боҙолоуына юл ҡуймау, йөрәк тибешен даими күҙәтеү, тәмәке тартмау, иҫерткес эсемлектәр эсмәү, кәүҙә ауырлығын яйға һалыу, рациональ туҡланыу, спорт менән шөғөлләнеү фарыз. Табип, ошондай ябай ғына иҫкәртеү саралары ярҙамында инсульт осраҡтарының 80 процентын булдырмаҫҡа мөмкин, тип белдерҙе.
Автор: Лилиә ДӘҮЛӘТБӘКОВА