Фото: niniplus.com
“Ирем менән ғаилә ҡороуыбыҙға 11 йыл, ун йәшлек улыбыҙ үҫә. Тормошобоҙ ныҡ матур, көйлө тип әйтеп булмай, әлбиттә. Ирем дуҫ-ише менән эсеп алһа, өйҙә янъял сығарырға ла күп һорамай. Әммә төрлөсә яйлап-майлап йәшәргә, түҙергә тырышам. Һәр хәлдә, эсеп алып, нимә һөйләгәнен ишетмәй, кемгә барып бәйләнергә белмәй йөрөһә лә, миңә һәм балама ҡул күтәрмәй. Нисек кенә булмаһын, уның