Республикала теркәлгән юл-транспорт ваҡиғаларының 44 проценты – автомобилдәрҙең бер-береһе менән бәрелешеүгә, 28 проценты йәйәүлеләрҙе төрттөрөүгә бәйле. Был иһә водителдәрҙең юл хәрәкәте ҡағиҙәләрен тупаҫ боҙоуы һәм ҡануниәтте һанламауы хаҡында һөйләй.
Быйыл Өфө, Сибай ҡалаларында, Бүздәк, Борай, Ҡыйғы, Краснокама, Мишкә, Салауат райондарында авариялар һаны артыуы күҙәтелә. Үлем осраҡтары күп булған район-ҡалалар араһында Өфө ҡалаһы беренсе урында тора, бында 50 кешенең ғүмере өҙөлгән. Унан ҡала Өфө районы – 21, Мәләүез – 20, Иглин – 23, Туймазы – 18.
Өфө, Салауат ҡалаларында, Учалы, Архангел, Благовещен, Дәүләкән, Краснокама, Мишкә, Күгәрсен, Салауат райондарында балалар ҡатнашлығындағы юл-транспорт ваҡиғалары артҡан.
Республиканың Юл хәрәкәте хәүефһеҙлеге дәүләт инспекцияһы идаралығынан белдереүҙәренсә, быйыл меңдән ашыу авария юл шарттарына бәйле килеп сыҡҡан, уларҙа 105 кеше һәләк булған, 1528 кеше тән йәрәхәттәре алған. ЮХХДИ инспекторының күҙәтеү эшмәкәрлеге һөҙөмтәһендә