Найти в Дзене
Журнал «Ватандаш»

ҮТКӘНДӘРҘЕҢ НУРЫ ЯҠТЫРТА

Әҙәм балаһы өсөн Яҙмыш китабынан айырып ҡарап булмай торған бик ҡәҙерле атамалар була. Күңел төбөндә тамырланған яҡты исем улар. Турат тигән атама мине һоҡландыра, ҡанатландыра һәм яҡты хәтирәләр уята. Әкиәттәге шикелле, бәхеттең алтын асҡысы булһа, мин уны Туратта таптым, тиер инем. Туратты эҙләргә кәрәкмәй. Район үҙәгенә килеп төшкәс үк, мөһабәт тауҙар әллә ҡайҙан үҙенә саҡырып торғандай. Башы ла, арҡаһы ла, үҙәге лә, итәге лә матур һәм камил. Тау итәгендә Турат (рәсми исеме — Иләс) ауылы урынлашҡан. Ошо ауылда минең мәктәпкә тиклемге һәм мәктәптә уҡыған ике йыл ғүмерем үтте. Эйе, алтын көҙҙөң сағыу сентябрендә беренсе класҡа  уҡырға барҙым. Мине алтын сәсле Рәмзиә апай — беренсе уҡытыусым — ҡаршы алып торҙо. Мине генә түгел, беренсе класҡа уҡырға килгән бөтә ун дүрт баланы ла ул белем донъяһына әйҙәне. Рәмзиә Әхмәт ҡыҙы өлкән генә апай булып күренгәйне. Хәҙер иһә йылмайып иҫкә алам. Апайыбыҙ педучилище тамамлап килгән егерме йәшлек кенә йәш уҡытыусы булған. Беҙ — уның тәүге ҡарлуғ

Әҙәм балаһы өсөн Яҙмыш китабынан айырып ҡарап булмай торған бик ҡәҙерле атамалар була. Күңел төбөндә тамырланған яҡты исем улар. Турат тигән атама мине һоҡландыра, ҡанатландыра һәм яҡты хәтирәләр уята. Әкиәттәге шикелле, бәхеттең алтын асҡысы булһа, мин уны Туратта таптым, тиер инем.

Туратты эҙләргә кәрәкмәй. Район үҙәгенә килеп төшкәс үк, мөһабәт тауҙар әллә ҡайҙан үҙенә саҡырып торғандай. Башы ла, арҡаһы ла, үҙәге лә, итәге лә матур һәм камил. Тау итәгендә Турат (рәсми исеме — Иләс) ауылы урынлашҡан. Ошо ауылда минең мәктәпкә тиклемге һәм мәктәптә уҡыған ике йыл ғүмерем үтте. Эйе, алтын көҙҙөң сағыу сентябрендә беренсе класҡа  уҡырға барҙым. Мине алтын сәсле Рәмзиә апай — беренсе уҡытыусым — ҡаршы алып торҙо. Мине генә түгел, беренсе класҡа уҡырға килгән бөтә ун дүрт баланы ла ул белем донъяһына әйҙәне. Рәмзиә Әхмәт ҡыҙы өлкән генә апай булып күренгәйне. Хәҙер иһә йылмайып иҫкә алам. Апайыбыҙ педучилище тамамлап килгән егерме йәшлек кенә йәш уҡытыусы булған. Беҙ — уның тәүге ҡарлуғастары. Бөтә йөрәген бирҙе ул үҙенең уҡыусыларына. Бар ваҡытын сарыф итте. Ундай һөйөү, ундай яуаплылыҡ, ундай хәстәрҙе тағы татыныммы икән?.. Рәмзиә апайыбыҙҙы, “йөрәгемде балаларға бирәм”, тигән Сухомлинский менән генә сағыштыра алам. Быныһы инде — йылдар күҙлегенән. Ә хәҙер йәнә лә үткәнгә әйләнеп ҡайтайыҡ.

Әле мин тәҡдим иткән фотоһүрәткә — теүәл 50 йыл. Бынан ярты бы- уат элек тәүге уҡытыусым Рәмзиә Әхмәт ҡыҙы класыбыҙға осрашыуға ветерандарҙы саҡырҙы. Таҡтаға апайыбыҙ ҙур итеп “1918—1968” тип яҙып ҡуйған. Тимәк, әһәмиәтле ваҡиғаларҙы үҙ эсенә алған 50 йыл тураһында һүҙ бара. Октябрь революцияһынан һуң булып үткән ваҡиғалар, Бөйөк Ватан һуғышында халыҡ күрһәткән ҡаһарманлыҡтар һәм унан аҙаҡ тыныс тормош хаҡына ҡылынған фиҙакәрлек тураһында. Ә мин 1968 йыл эргәһенә хәҙер, 2018, тигәнде ҡуям. Сөнки был осрашыуға ла, баҡһаң, теүәл илле йыл үткән...
Алдағы өс ир-ат — һуғыш ветерандары. Аяғөҫтө баҫып хәтирәләре менән уртаҡлашып торған Кәрим олатай Ҡәйепов Башҡорт кавалерия дивизияһында генерал Күсимовтың адъютанты була. Яу ҡырынан имен-һау әйләнеп ҡайтҡас, ауылда төрлө яуаплы урындарҙа эшләй. Ғүмеренең аҙағына тиклем иң хөрмәтле ир-уҙамандарҙың береһе булып ҡалды.
Уның эргәһендә класташым Рәжәптең атаһы Әхмәтязар олатай Асҡаров ултыра. Ул 1946 йылда атайсалына иҫән-һау әйләнеп ҡайта. Ауырлыҡтар алдында баҙап ҡалмаған, дошманды еңеүҙә тос өлөш индергән был уҙаман һәр саҡ хеҙмәт дәрте менән янып йәшәне. Оҙаҡ йылдар райондың алдынғы чабаны булды, күп тапҡыр Маҡтау грамоталары, Совет заманында Чехословакияға бушлай путевка менән дә бүләкләнде. 
Ситтә ултырған кеше — минең атайым, шулай уҡ Бөйөк Ватан һуғышында ҡатнашҡан яугир. Фронтҡа үҙ теләге менән, йәшен өлкәнәйтеп яҙҙырып, китә. Атайыма был һүрәттә 39 йәш булған — ғәййәрлеге лә, көс-ҡеүәте лә ташып торған сағы. Ул да Турат мәктәбендә уҡытты. Беҙ, кескәй уҡыусылар, ошо өс атайҙың Ватан, ил улдары, батырлыҡ, илбаҫар дошмандарға ҡаршы көрәш тураһында һөйләгәндәрен тыңлайбыҙ. Әлбиттә, бөтә һөйләгәндәрҙе аңлап та бөтмәйбеҙ, ләкин беҙгә уларҙың ихласлығы, үҙебеҙ менән иң ҡәҙерле иҫтәлектәрен уртаҡлашыуҙары оҡшай.
Һул яҡта Рәмзиә апайыбыҙ диҡҡәт менән нимәлер яҙып ултыра. Был тәбиғи, ул шулай һәр саҡ эш өҫтөндә.
Иң алда сәсенә аҡ таҫма үрелгән бер ҡыҙыҡайҙың башы күренеп ҡала. Ул — мин. Иң алғы партала ултыра торғайным. Йәнә лә шул хәтерҙә ҡалған: ҡулдарҙы партаға һалып ултырырға тырышам, ә барыбер тик кенә ултырыуы ҡыйын.
Турат мәктәбендә ике йыл уҡып китеү бәхете тейҙе. Ун малай ҙа дүрт ҡыҙ инек. Беренсе класҡа барғанда партала Вәсилә дуҫым менән ултыра торғайным. Ә беҙҙең артта — Нәсимә менән Римма. Бер көндө дәрескә килһәм, Нәсимә минең күршелә ултыра, Вәсилә Римма янына күскән. “Беҙ шулай һөйләштек, әйҙә, инде ошолай ултырайыҡ”, — ти былар. Мин көтөлмәгән хәлгә аптырап ҡалдым, һөйләшмәйенсә урын алмаштырғандары өсөн асыу ҙа килә. Өндәшмәйем. Шунан Нәсимә: “Әйҙә, һин, Римма, алға ултыр”, — ти. Римма минең янға күсеп ултырҙы. Шулай ултыра башланыҡ. Күпмелер ваҡыт үткәс, дуҫым Вәсилә менән ҡабат бергә ултырырға булдыҡ. Тик был юлы беҙгә Рәмзиә апай рөхсәт итмәне. Вәсилә лә, мин дә һәйбәт уҡый инек, бәлки, шуға ошолай хәл иткәндер.
Әйткәндәй, класыбыҙҙа уҡытыусының кәрәк-яраҡтарын һалған шкафы бар ине. Бер мәл мин унда Рәмзиә апай төшөргән Турат тауын күрҙем. Дөрөҫөрәге, нисек ҡәләм менән эшләргә лә, артабан буяп, еренә еткереп ҡуйырға — рәсемгә төшөрөү барышы эҙмә-эҙлекле күрһәтелгән. Аҙаҡҡыһы ысын тауҙан айырып алғыһыҙ. Мин ауыҙ асып ҡарап ултырҙым да ошо матур тауҙы үҙем менән алып ҡайтып киттем. Бының өсөн Рәмзиә апайҙан ғәфү үтенәм! Ул һүрәтте ауылдан күсеп киткәс тә оҙаҡ йылдар һаҡлап йөрөттөм. Туратты һағыныуымды баҫа ине ул...
Халыҡ телендә Турат тип кенә йөрөтөлөүе бушҡа түгелдер. Минең күңелемә лә ошо исем үтә яҡын, сөнки ул халҡыбыҙҙың алыҫ үткәне менән бәйләй. Турат сағылы, Көнһылыу ташы, янып үлгән ат, уның ҡәберлеге — был ҡомартҡылар тураһындағы риүәйәттәрҙе быуындан-быуынға тапшыра килгәндәр һөйләй торғайны. Беҙ, бәләкәс балалар ҙа, улар тураһында мәғлүмәтле инек. Ауылдың ҡасан барлыҡҡа килеүе тураһында шәжәрәләрҙе өйрәнеп тә һөйләйҙәр хәҙер, ләкин минең өсөн Турат тарихы күпкә олораҡ, күпкә ҡартыраҡ. Легендалар хатта исламға тиклемге булған ваҡиғаларҙы күҙалларға ярҙам итә. Боронғобоҙ менән бәйләп тотҡан ошо ептәр халҡыбыҙ, уның тарихы менән ҡыҙыҡһынырға, данлы шәхестәре менән ғорурланып, рухлы булып үҫергә мөмкинлек бирҙе.
Фотоһүрәттәге үҙебеҙ ултырған класс тураһында ла бер нисә һүҙ әйтәйем әле. Беҙ ултырған парталар уңайлы ине, өҫтәлдәре лә, ултыра торған урындары ла беркетеп эшләнгән. Ә бына ҡара менән яҙыуҙың мәшәҡәте лә булды. Бер мәл ҡара һауытын өйҙә онотоп ҡалдырғаным иҫемдә. Ул саҡта күршең ниндәй икәнен дә асыҡлайһың, әлбиттә... Шул уҡ ваҡытта ҡара менән ҡулланған саҡта яҙыу ҙа күркәмерәк була. Ә былай матур яҙыу буйынса мин һынатманым. Рәмзиә апайҙың ниндәйҙер байрамда ололарға открыткаларҙы Ғарифйән менән икебеҙҙән яҙҙыртҡанын хәтерләйем. Иң таҙа китап һәр саҡ минеке булды, иң шәп тиҙлектә лә мин уҡый торғайным. Рәмзиә апай ошондай күркәм, дәртләндергес саралар үткәрә белде. Уҡытыусыбыҙҙың һәр ҡайһыбыҙға йомош ҡушыуы ла бик мөһим булған икән. Беҙҙе яуаплы булырға, кешеләр менән мөнәсәбәт ҡорорға ла өйрәтеү булған бит. Класыбыҙҙың үҙ китапханаһы булды. Бының өсөн Рәмзиә апай һәр беребеҙгә өйҙән берәр китап алып килергә ҡушты. Шуларҙы бер өҫтәлгә теҙеп һалдыҡ. Китапханасы итеп Нәсимәне ҡуйҙы. Ул саҡта уҡ китап уҡырға әүәҫләнгәйнем. Китапханасы мин булһам ине, тип уйлап ҡуйғаным да иҫтә. Бына шулай, бөтәбеҙҙең дә үҙ “эше” булды.
Мин беренсе кластан китап эсенә сумдым. Шул донъяны үҙ иттем. Унан үҙем өсөн хазиналар йыйып, илһамланып ҡайттым. Әле лә китап донъяһына тоғромон.
Ошондай ҡәҙерле иҫтәлектәрҙе уятты күңелемдә әлеге ҡаралы-аҡлы фотоһүрәт... Ундайҙар ғүмер эсендә күп кенә йыйылған. Уларҙы ҡулға алғас, кисерештәр ҡабат терелә, уйҙар менән артта ҡалған заманға ҡайтып, шундағы кешеләр менән йәнә осрашаһың. Бер аҙ моңһоу, әммә шатлыҡлы осрашыу, сөнки фото аша мәңгелектең эсенә үтеп инәбеҙ. Бала саҡ, мәктәп йылдарын тик шулай тип кенә күҙ алдына килтерәм. Әлеге мәлдә инде ҡайһы берәүҙәр (оло быуын тураһында ғына әйтмәйем, класташтарым араһында ла) арабыҙҙа юҡ. Ә фотола улар бар һәм һәр саҡ беҙҙең менән буласаҡ...
Туратта уҡыған йылдарымды иҫләп, шөкөр, янымда яҡшы кешеләр ине, тип әйтә алам. Мин ҡәҙерләп һаҡлаған ошо фотоһүрәттә лә яҡшылыҡ тороп ҡалған. Юҡ, тороп ҡалмаған, ул хәҙер минең күңелдә лә йәшәй. Ә был фотоһүрәт уны ҡабаттан терелтә, тоҡандыра ғына. Сафлыҡ бөрккән, мәңгелек төшөнсәләрҙе һаҡлаған, шуларҙы һәр заманға килтереп еткергән «кәртешкәләр»... Ниндәй ҙә ҡәҙерле улар!..

Фәрзәнә АҠБУЛАТОВА.