Сибай ҡалаһының “Әкиәт” балалар баҡсаһында 2020 йылда Башҡортостанда үтәсәк фольклориада уңайынан күркәм сара ойошторолдо.
Тәрбиәселәр йылдар дауамындағы тәжрибәһе нигеҙендә “Ата-бабам мираҫы” тип аталған йөкмәткеле китап сығарған. Төп маҡсат – халҡыбыҙҙың онотолоп барған йолаларын тергеҙеп, йәш быуынға еткереү. Китапҡа улар буйынса байрам сценарийҙары тупланған.
Бөтә донъя фольклориадаһына ярашлы ойошторолған саралар артабан да дауам итәсәк, тәрбиәселәр был тәңгәлдә маҡсатлы эш алып бара, тине балалар баҡсаһы мөдире Наталья Фәттәхова.
Автор: К. ИШБУЛДИНА