Добавить в корзинуПозвонить
Найти в Дзене

"Ғаиләмә хурлыҡ мөһөрө тағылды"

Өфөнән экс-террорсының тәүбәгә килгәне тураһында. Терроризмға – системалы ҡаршылыҡ
Хәҙерге заманда хәүефһеҙлек мәсьәләһе һәр кемебеҙгә ҡағыла. Йәштәрҙе хәүефле идеологияларға һәм террор эшмәкәрлегенә йәлеп итеү мәсьәләһе айырыуса ҡырҡыу тора. Уларҙың эске булмышы нығынмаған: үҙ юлын эҙләйҙәр, төрлө йоғонтоға тиҙ биреләләр, радикаль идеяларҙы алға һөргән хәүефтең ҡайһы яҡтан янауын тоймауҙары ихтимал. Тап шуға күрә, Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров бер нисә тапҡыр әйткәнсә, бөгөн кешеләрҙе төрлө хәүеф ихтималлығы тураһында иҫкәртеү генә түгел, тәнҡит күҙлегенән фекерләргә, төрлө манипуляцияларҙы танырға һәм хәүефле йоғонтоға ҡаршы торорға өйрәтеү мөһим.
Шуны аңларға кәрәк: терроризм – уйлап сығарылған йәки беҙҙең йәшәйештән алыҫ төшөнсә түгел, ул һәр кемдең тормошон боҙоуы ихтимал ысынбарлыҡ һәм, үкенескә ҡаршы, ундай күңелһеҙ миҫалдар бик күп. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы журналисы ҡаты режимлы колонияла терроризм өсөн 12 йылға яҡын ваҡытҡа хөкөм ителгән Өфө кешеһе Әнүәр (исеме үҙг

Өфөнән экс-террорсының тәүбәгә килгәне тураһында.

Матур ғаилә, етеш тормош, уңышлы бизнес – ул ошоларҙы – ғүмер буйы үҙе ынтылған, шулар хаҡына тырышып эшләгән ҡиммәттәрҙең барыһын да юғалтҡан. 36 йәшлек өфөлө, социаль селтәрҙәрҙәге террористик төркөмдәрҙә тормош асылын эҙләп, төрмәгә эләгә.

Терроризмға – системалы ҡаршылыҡ
Хәҙерге заманда хәүефһеҙлек мәсьәләһе һәр кемебеҙгә ҡағыла. Йәштәрҙе хәүефле идеологияларға һәм террор эшмәкәрлегенә йәлеп итеү мәсьәләһе айырыуса ҡырҡыу тора. Уларҙың эске булмышы нығынмаған: үҙ юлын эҙләйҙәр, төрлө йоғонтоға тиҙ биреләләр, радикаль идеяларҙы алға һөргән хәүефтең ҡайһы яҡтан янауын тоймауҙары ихтимал. Тап шуға күрә, Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров бер нисә тапҡыр әйткәнсә, бөгөн кешеләрҙе төрлө хәүеф ихтималлығы тураһында иҫкәртеү генә түгел, тәнҡит күҙлегенән фекерләргә, төрлө манипуляцияларҙы танырға һәм хәүефле йоғонтоға ҡаршы торорға өйрәтеү мөһим.
Шуны аңларға кәрәк: терроризм – уйлап сығарылған йәки беҙҙең йәшәйештән алыҫ төшөнсә түгел, ул һәр кемдең тормошон боҙоуы ихтимал ысынбарлыҡ һәм, үкенескә ҡаршы, ундай күңелһеҙ миҫалдар бик күп.

«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы журналисы ҡаты режимлы колонияла терроризм өсөн 12 йылға яҡын ваҡытҡа хөкөм ителгән Өфө кешеһе Әнүәр (исеме үҙгәртелде – редакция иҫкәрмәһе) менән әңгәмәләште. Уның тарихы – киҫәтеү генә түгел, үҙеңде, яҡындарыңды бындай хаталарҙан һаҡлау тураһында уйланыу өсөн сәбәп тә.

Яуап эҙләп, бәләгә тарыған
Әнүәргә 36 йәш, ул Өфөлә тыуып үҫкән. Бала сағы күп балалы татыу ғаиләлә үткән. Атаһы менән әсәһе ябай эшселәр була. Әнүәр башҡаларҙан бер яғы менән дә айырылып тормай, уҡыуға артыҡ ҙур ҡыҙыҡһыныу белдермәй, «уртаса» белем ала, спорт менән дә мауыҡмай – уға физкультура дәрестәре лә етә. Мәктәптән һуң һөнәри-техник училищела автомеханикка уҡый.

«Белем алыу артыҡ ҡыҙыҡһындырманы, мәктәп һәм училище ла етә, артабан эшләргә кәрәк, тип һананым», – ти, хәтирәләргә бирелеп, Әнүәр.

Армиянан һуң заводҡа эшкә урынлаша, ләкин хеҙмәт хаҡы ҡәнәғәтләндермәй һәм Әнүәр сауҙа өлкәһенә китә. Бында тиҙ арала карьера яһауға өлгәшә: ябай һатыусынан төбәк менеджерына тиклем үрләй. Ә бына шәхси тормошо ыңғай бармай. Тәүге ғаиләһендә улы тыуа, әммә күп тә үтмәй ҡатыны менән мөнәсәбәттәре боҙола, көнкүреш мәшәҡәттәре, үҙ-ара аңлашылмаусанлыҡтар арҡаһында йәш пар айырылыша. Тиҙҙән ул яңы мөхәббәтен осрата. Икенсе ҡатыны уға дүрт бала – ике ҡыҙ һәм ике ул бүләк итә. Тормошо яйға һалынған кеүек була, ләкин ауыр сир арҡаһында барыһы ла үҙгәрә.

«2012 йылда ҡыҙамыҡ менән ауырыным, саҡ үлмәнем. Өйҙә ятам һәм уйланам: ни өсөн былай килеп сыҡты? Барыһы ла һәйбәт ине бит, ә хәҙер – үлем сигендәмен. Шул ваҡытта тормош, иман тураһында уйлана башланым», – ти Әнүәр.

Ошо хәлдән һуң ул дин менән ҡыҙыҡһына башлай. Быға тиклем дин, иман тураһында бер нәмә лә белмәгән: ата-әсәһе мәсеткә йөрөмәгән, йолаларҙы үтәмәгән. Үҙенең татар милләтенән, тимәк, мосолман икәнен генә белә Әнүәр. Сирҙән һуң ул тәүге тапҡыр мәсеткә бара.

«Минең унда барғым килде. Былай ғына ултырҙым, тыңланым, һорауҙар бирҙем. Миңә барыһы ла ҡыҙыҡ һәм мөһим ине: ни өсөн ауырыным? Ни эшләп кешеләр үлә? Үлгәндән һуң нимә була?» – тип иҫенә төшөрҙө ул.

Әнүәр тәржемәлә Ҡөрьәнде уҡый, биш ваҡыт намаҙға йөрөй башлай, иҫерткес эсемлектәрҙән баш тарта. Ләкин, күрәһең, мәсеттең имамы менән аралашыу ғына етмәй һәм ул интернетта фекерҙәштәр эҙләргә тотона. Шунан һуң мәсеттә түгел, ә фатирҙарҙа үткәрелгән йыйылыштарға йөрөй башлай.

«Социаль селтәрҙәрҙә бер-бер артлы төрлө төркөмдәргә индем: тәүҙә дини, һуңынан, үҙем дә һиҙмәйенсә, сәйәси төркөмдәргә ылыҡтым. Унда төрлө кешеләр бар ине... Беҙ дин, сәйәсәт, йәмғиәт проблемалары тураһында фекер алыштыҡ. Башҡаларҙы тыңлау, үҙ ҡарашымды белдереү ҡыҙыҡ ине. Хәҡиҡәт бына ҡайҙа, тип уйланым. Ҡайһы мәлдә айырым һөйләшеүҙәрҙең хәүефле булыуын аңлай, ләкин туҡтай алмай инем», – ти хөкөм ителеүсе.

Тормошо икегә бүленә
Бер мәл Әнүәр көнкүрешен һәм эшмәкәрлек өлкәһен ҡырҡа үҙгәртергә ҡарар итә. Ул ғаиләһе, шул иҫәптән ата-әсәһе менән Нуриман районындағы бер ауылға күсенә. Йорт төҙөй башлай, һарыҡсылыҡ менән шөғөлләнә, урындағы мәсеткә эшкә урынлаша. Унда ул ойоштороу һәм хужалыҡ эштәре менән булыша, мәсеткә йөрөүселәргә былау бешерә, тәртип өсөн яуаплы була. Мәғәнәһен аңламаһа ла, имам уға Ҡөрьәнде ғәрәпсә уҡырға өйрәтә. Әнүәр үҙен кәрәкле кеше итеп тоя. 2017 йылда, үҙе менән таныш булған ҙур төркөмдө терроризм өсөн хөкөм иткәс, ир үҙенең артынан килеүҙәре ихтимал булыуын аңлай.

Был хәл 2021 йылда була. Бер көнө уға тентеү менән киләләр. Әнүәр тыйылған әҙәбиәт эҙләүҙәрен аңлай, әммә ул йәшерергә маташмай ҙа. Уны шаһит булараҡ ҡулға алалар, ләкин һуңынан ғәйепләнеүсенең статусы «террор ойошмаһы эшмәкәрлегендә ҡатнашыу» статьяһы буйынса үҙгәрә. Суд Екатеринбургта үтә. 11,5 йыл ҡаты режим – хөкөм ҡарарын ишеткәс, уның эсендә нимәлер өҙөлгән кеүек була. Тормош икегә бүленә.

Әлеге ваҡытта Әнүәр – рәшәткә артында. Уға хөкөм ваҡытының үтеүен көтөргә һәм көн һайын ни өсөн ваҡытында туҡтамауы хаҡында уйланырға, ҡылығы өсөн үкенергә генә ҡала. Ғаиләһе лә ҙур зыян күрә: хужаһыҙ ҡалған бизнес юҡҡа сыҡҡан, балалар хаҡында хәстәрлек күреү ҡатынының һәм ата-әсәһенең иңенә төшә.

Хөкөм ителеүсене Өфө колонияһына оҙаталар
«Мин быға өмөт тә итмәгәйнем. Ҡайҙа теләйҙәр – шунда ебәрә алалар ине. Үҙ төйәгемдә булыу күңелгә бер аҙ йылылыҡ өҫтәй. Балаларымды, ҡатынымды, ата-әсәйемде күрә алам. Уларҙың күҙенә ҡарарға оялам, сөнки ҡәҙерле кешеләремде тыныс, имен тормоштан мәхрүм иттем. Ғаиләмә хурлыҡ мөһөрө тағылды.

Балаларҙың киләсәге өсөн борсолам... Килеп сыҡҡан хәлдә үҙемде генә ғәйепләйем: ваҡытында кемдәр менән, нимә хаҡында аралашыуым, бының ниндәй эҙемтәләргә килтереүе хаҡында уйламаным. Балаларыма кем менән дуҫлашырға, ҡайҙа барырға кәрәклеген аңлатам. Әсәйегеҙҙе, өләсәй-олатайығыҙҙы тыңлағыҙ тием. Әгәр улар: “Был ҡурҡыныс, насар эҙемтәһе булыуы бар”, – тиһә, тыңлаһындар, ишетһендәр һәм һығымта яһаһындар. Бер кемгә лә, бигерәк тә үҙемдең балаларыма бындай тормош теләмәйем. Биш балам бар. Минең миҫалда улар радикаль уйҙарҙың һәм уҡыуҙарҙың ни тиклем ҡурҡыныс булыуын аңларға тейеш», – ти ул.

Колонияла Әнүәр тегеү производствоһында эшләй, кейем деталдәре тегә. Эш хаҡы түбән – барыһы ла шәхси кәрәк-яраҡҡа китә, ғаиләгә аҡса етмәй. Иреккә сығыу, балаларының үҫкәнен күреү һәм башҡа бер ҡасан да үткәндәге хаталарын ҡабатламау хаҡында хыяллана. Көн һайын ҡылған ҡылығы өсөн үкенә һәм тәүбә итә. Хәҙер уның өсөн иң мөһиме – ғаиләһе менән бергә булыу һәм башҡа бер ҡасан да уларҙы ауыр хәлдә ҡалдырмау.

Остазһыҙ дин
РФ Федераль яза башҡарыу хеҙмәтенең БР буйынса идаралығы кураторы
Булат Ғәфүров дингә еңел-елпе ҡараш терроризм өсөн хөкөм ителеүсе Әнүәрҙең бәлә-ҡазаларына этәргес була, тип иҫәпләй.

«Дин менән ҡыҙыҡһыныуы ауыр сирҙән һуң барлыҡҡа килгән, ләкин уның белеме һай һәм системаһыҙ булған. Ул квалификациялы остазға мөрәжәғәт итмәй, мәсеттә Ислам нигеҙҙәрен өйрәнмәй, ә интернетҡа һәм осраҡлы йыйылыштарға таяна. Һөҙөмтәлә иман радикаль идеялар менән алмашынған мөхиткә эләгә. Уратып алған кешеләре уны упҡынға этәрә. Йәшәү асылына ҡағылышлы яуаптар эҙләгән йәш кеше традицион Исламдан ситтә булған кешеләрҙең йоғонтоһона юлыға. Ул хәүеф-хәтәрҙе ваҡытында асыҡлай алмай, тыйылған темаларҙы тикшергән һәм экстремистик әҙәбиәт таратҡан кешеләр менән бәйләнеште өҙмәй», – тип аңлата Булат Ғәфүров.

Уның әйтеүенсә, дин менән сәйәсәттең ҡушылыуы Әнүәр өсөн тоҙаҡҡа әйләнгән. Ул йөрөгән йыйылыштарҙа иман мәсьәләләре сәйәси проблемаларҙы тикшереү менән тығыҙ бәйләнгән була.

«Рухи юлын яңы башлаған кеше өсөн был – үтә ҡурҡыныс. Тап ошо факт Әнүәрҙе тыйылған ойошма эшмәкәрлегенә ҡыҫылышы булыуҙа ғәйепләү өсөн нигеҙ була ла инде. Эҙемтәләрҙе дөрөҫ баһаламау һәм үҙ ҡылығыңды анализлай белмәү хәлде ҡатмарлаштыра. Әнүәр эргә-тирәһендәгеләрҙең хоҡуҡ һаҡлау органдары күҙәтеүе аҫтында булыуын белгән, ләкин был уға ҡағылмаҫ тип уйлап, аралашыуын дауам иткән. Ул яҡындарының киҫәтеүенә иғтибар бирмәгән һәм хатта пассив ҡатнашыу ҙа енәйәт яуаплылығына килтереүе хаҡында уйланмаған», – тип билдәләне РФ Федераль яза башҡарыу хеҙмәтенең Башҡортостан буйынса идаралығы кураторы.

Йәштәргә Булат Ғәфүров динде тикшерелгән остаздар – мәсеттәрҙәге имамдар ярҙамында өйрәнергә, интернетҡа һәм социаль селтәрҙәрҙәге осраҡлы төркөмдәргә ышанмаҫҡа кәңәш итә.

«Әлбиттә, дин менән сәйәсәтте айырыу мөһим. Иман – ул рухи камиллыҡҡа һәм күңел тыныслығына юл, ә сәйәси мәсьәләләрҙе хәл итеү йәки эскерле маҡсаттарҙы тормошҡа ашырыу ҡоралы түгел. Аралашыуҙа үтә иғтибарлы булырға кәрәк, сөнки шәхес булып формалашыуҙа эргә-тирәбеҙҙәге кешеләр ныҡ йоғонто яһай. Әгәр яңы таныштарығыҙ көс ҡулланыу тураһында фекер алышһа, нәфрәткә өндәһә йәки тыйылған әҙәбиәт таратһа, шунда уҡ бәйләнеште өҙөгөҙ, – ти «Башинформ» әңгәмәсеһе. – Яҡындарығыҙҙың аҡыллы кәңәштәрен һәм киҫәтеүҙәрен инҡар итмәгеҙ, сөнки ҡайһы саҡта хәүеф ситтән яҡшыраҡ күренә. Һәр ваҡыт эҙемтәләр хаҡында уйлағыҙ. Тыйылған ойошмаларҙың эшмәкәрлегендә хатта иң пассив ҡатнашыу ҙа һеҙҙең генә түгел, яҡындарығыҙҙың да тормошон емерәсәк».

Радикализмдан һаҡланыу
Психолог
Николай Иванов бала саҡтан дөйөм кешелек таянған ҡиммәттәргә нигеҙләнгән рухи-әхлаҡи, шул иҫәптән дини тәрбиә биреү – радикализмдан һаҡланыу сараһы, тип билдәләй. Әнүәрҙең миҫалынан күренеүенсә, ғаиләлә рухи йүнәлеш бирелмәүе ошондай хаталарға һәм фажиғәгә килтергән.

«Төп ҡиммәттәр кесе йәштән тәрбиә биреү процесында ата-әсәнең һөйөүе, хәстәрлеге һәм иғтибары менән бергә һалына. Әгәр улар изгелек һәм яуызлыҡ тураһында аныҡ мәғлүмәт бирмәһә, балаға ысынбарлыҡты айырыу ауыр буласаҡ, ул үҙ ҡылыҡтарының эҙемтәһен күҙаллай алмаясаҡ һәм хәүефле идеялар тәьҫиренә бирелеүе ихтимал. «Мин бала саҡта дин тураһында бер нәмә лә белмәнем. Татар, тимәк, мосолман икәнемде генә белдем», – ти Әнүәр. Балалар ололар өлгөһөндә өйрәнә. Ғаилә эсендәге үҙ-ара мөнәсәбәттәр алдағы бөтә ғүмергә үрнәк булып тора. Яратыу, ҡыҙыҡһыныуҙарын хуплау, аңлау, хәстәрлек, өлкәнәйеү барышында оло быуындың даими ярҙамы гармониялы, лайыҡлы шәхес тәрбиәләргә мөмкинлек бирә», – тип билдәләй психолог.

Уның әйтеүенсә, өлкән йәштә тормош асылын эҙләү йыш ҡына шәхси, күп осраҡта социаль-психологик көрсөк менән бәйле. Радикалдар, кешене буйһондороу өсөн, үҙ эшмәкәрлегендә психотерапия тәьҫире алымдарын ҡуллана, борсоған һорауҙарға ябай ғына яуаптар бирә, бер-береңде яратыу һәм туғанлыҡ иллюзияһы тәҡдим итә.

Нисек статьяға эләкмәҫкә
Уйламаған бер аҙым арҡаһында айырыуса ауыр статья буйынса енәйәт яуаплылығына тарттырыуҙары ихтимал. Юридик йәһәттән Әнүәрҙең тарихы – аңһыҙ рәүештә экстремистик берләшмә эшмәкәрлегендә ҡатнашыуҙың иректән мәхрүм ителеүгә килтереүен дәлилләгән классик миҫал. Билдәле адвокат
Валерий Харисовтың фекеренсә, йәштәргә тыйылған берләшмәләргә инеү йәки хәүефле әҙәбиәт таратыу, Рәсәй Федерацияһында тыйылған ойошмаларға аҡса күсереү кеүек ғәмәлдәрҙең ниндәй эҙемтәләргә килтереүе мөмкин икәнен аңлатырға кәрәк.

«Әлеге ваҡытта Рәсәй Федерацияһы Енәйәт кодексында үрҙә телгә алынған ғәмәлдәр өсөн енәйәт яуаплылығы ҡаралған. Йәштәргә хәүефле төркөмдәрҙе нисек асыҡлау һәм уларҙың тәьҫиренә эләкмәү тураһында һөйләү мөһим. Әнүәрҙең тарихы фәһемле: үҙ ҡылығыңдың эҙемтәләре хаҡында һәр саҡ иҫтә тоторға кәрәк», – тип билдәләй хоҡуҡ һаҡсыһы.

Бәләгә юл ҡуймаҫҡа ярҙам итәсәк:
Мәктәптәрҙә һәм уҡыу йорттарында профилактик әңгәмәләр. Йәштәрҙе тәнҡит күҙлегенән ҡарарға һәм закондарҙы белергә өйрәтергә кәрәк. Үҫмерҙәргә үҙҙәрен аңлауы ҡыйын икән, улар мотлаҡ ярҙам һәм яҡлау табырға тейеш.

Ата-әсәләрҙе йәлеп итеү. Улар балаларына хәүефле хәл-ваҡиғаларҙы айырырға һәм дөрөҫ ҡарар ҡабул итергә ярҙам итергә тейеш.

Мәғлүмәт кампаниялары. Радикаль идеяларҙың зыяны һәм тыйылған төркөмдәрҙә ҡатнашыуҙың нимә менән янауы хаҡында һөйләргә кәрәк. Шулай уҡ адвокат социаль селтәрҙәрҙәге кире күренештәргә иғтибарын йүнәлтте.

«Ҡайһы бер социаль селтәрҙәр кешеләрҙе, айырыуса йәштәрҙе хәүефле ағымдарға йәлеп итеү, наркотиктар таратыуҙан алып дәүләткә ҡаршы эш ойоштороуға тиклем енәйәттәр ҡылыу өсөн ҡулланыла. Бындай эшмәкәрлек ҡайҙа – интернетта йәки ысын тормошта ҡылыныуына ҡарамайынса, бының өсөн закон нигеҙендә яуаплылыҡ ҡаралған. Берәй кеше менән йәки төрлө чаттарҙа яҙышыу енәйәт эшендә дәлил була ала», – тип иҫкәртте Валерий Харисов.

Ул шикле чаттарға ҡушылмаҫҡа, аноним тәҡдимдәргә ышанмаҫҡа кәңәш итте. «Һанлы гигиена»ны һаҡларға кәрәк, тыйылған мәғлүмәтте үҙеңә күсереп алырға, башҡаларға ебәрергә ярамай.