Добавить в корзинуПозвонить
Найти в Дзене
Атайсал гәзите

Коллектив менән яҙылдыҡ!

Коллектив менән «Атайсал»ға яҙылдыҡ! Беҙ, Баймаҡ районы Кәрешкә тулы булмаған урта мәктәбе коллективы, «Атайсал» гәзите ойошторған акцияла ҡатнашабыҙ. 9 йыллыҡ мәктәптә бөтәһе 11 уҡытыусы эшләй, Татлыбай башланғыс мәктәбе лә төп мәктәптең филиалы һанала. Мәктәп уҡыусылары район, республика күләмендә үткәрелгән олимпиадаларҙа һәм конкурстарҙа һынатмай. Үткән уҡыу йылында 9-сы кластың ике уҡыусыһы республика күләмендәге төбәк-ара олимпиадала ҡатнашты, технология фәне буйынса
Йәнтилин Байназар (етәксеһе Ә.Ш.Вәлишин) уңышлы һөҙөмтәгә өлгәшһә, башҡорт теле һәм әҙәбиәте буйынса Йәнтилина Наҙгөл (етәксеһе Я.Р.Вәлишина) призер булды.
Уҡытыусыларҙың барыһы ла үҙ эшен ярата, тәжрибәле, ә Һунаршина Резеда Ибраһим ҡыҙы—Рәсәй Федерацияһының мәғариф өлкәһенең почетлы хеҙмәткәре.
Кәрешкә мәктәбе коллективы матбуғат баҫмалары менән дуҫ. «Атайсал» төбәк гәзитенә уңыштар, күп уҡыусылар теләйбеҙ! Яңылбикә Вәлишина,
башҡорт теле уҡытыусыһы.

Коллектив менән «Атайсал»ға яҙылдыҡ!

Беҙ, Баймаҡ районы Кәрешкә тулы булмаған урта мәктәбе коллективы, «Атайсал» гәзите ойошторған акцияла ҡатнашабыҙ. 9 йыллыҡ мәктәптә бөтәһе 11 уҡытыусы эшләй, Татлыбай башланғыс мәктәбе лә төп мәктәптең филиалы һанала. Мәктәп уҡыусылары район, республика күләмендә үткәрелгән олимпиадаларҙа һәм конкурстарҙа һынатмай. Үткән уҡыу йылында 9-сы кластың ике уҡыусыһы республика күләмендәге төбәк-ара олимпиадала ҡатнашты, технология фәне буйынса
Йәнтилин Байназар (етәксеһе Ә.Ш.Вәлишин) уңышлы һөҙөмтәгә өлгәшһә, башҡорт теле һәм әҙәбиәте буйынса Йәнтилина Наҙгөл (етәксеһе Я.Р.Вәлишина) призер булды.
Уҡытыусыларҙың барыһы ла үҙ эшен ярата, тәжрибәле, ә Һунаршина Резеда Ибраһим ҡыҙы—Рәсәй Федерацияһының мәғариф өлкәһенең почетлы хеҙмәткәре.
Кәрешкә мәктәбе коллективы матбуғат баҫмалары менән дуҫ. «Атайсал» төбәк гәзитенә уңыштар, күп уҡыусылар теләйбеҙ!

Яңылбикә Вәлишина,
башҡорт теле уҡытыусыһы.