25-се армия яугирҙәре Баймаҡҡа гуманитар ярҙам артынан ҡайтты. Был юлы фураға таҡталар тейәлде. Уларҙы Үрге Яйыҡбай ауылынан шәхси эшҡыуар Айҙар Ғәйетҡолов әҙерләгән ине (барлығы 27 куб таҡта). Төҙөлөш материалдарынан тыш быҡтырылған ит, блиндаж шәмдәре, йылытыу материалдары, быйма, шулай уҡ Үрге Яйыҡбайҙар әҙерләгән вакуум пакеттарҙа былау, маскировкалау селтәрҙәре һәм башҡа күп төрлө гуманитар ярҙам тейәлде. «Хәрби туғанлыҡ» ойошмаһының Баймаҡ бүлексәһе етәксеһе Рәмис Рәфисович Айҙар Вәлләм улына «Фронтҡа ярҙамы өсөн» миҙалын тапшырҙы. Шулай уҡ уның иң әүҙем егеттәренә «Хәрби хәрәкәттәрҙә ҡатнашыусыларға һәм ветерандарға ярҙам күрһәтеү» үҙәгенең Рәхмәт хаттарын тапшырҙы. «Акула» позывнойлы яугир ҙә яуапһыҙ ҡалманы. «Беҙ бергә» ирекмәндәр төркөмөнә, «Хәрби туғанлыҡ» ойошмаһының Баймаҡ бүлексәһенә, «Хәрби хәрәкәттәрҙә ҡатнашыусыларға һәм ветерандарға ярҙам күрһәтеү» үҙәгенә 77766 хәрби часының Рәхмәт хаттарын тапшырҙы. Урындағы «Ағинәйҙәр» ойошмаһының әүҙем ағзаһының береһе Сәғиҙә Рахм