29 сентябрҙә Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров уҙғарған аҙналыҡ оператив кәңәшмәлә биләмәләрҙе комплекслы үҫтереү проектын тормошҡа ашырыу барышын тикшерҙеләр. Хәтерегеҙгә төшөрәбеҙ, 2020 йылда Рәсәй Президенты Владимир путин тейешле законға ҡул ҡуйҙы. Документ авария хәлендәге һәм иҫке торлаҡты күсереүҙе күҙ уңында тота, шулай уҡ төбәк властарына аварияһыҙ әммә туҙған күп фатирлы йорттарҙы һүтеү мөмкинлеген бирә. Бынан тыш, биләмәләрҙе комплекслы үҫтереү ҡала мөхитенең сифатын һәм уңайлылығын күтәреүгә, бөтә кәрәкле инфраструктураны үҫтереүгә һәм йәмәғәт киңлектәрен төҙөкләндереүгә йүнәлтелгән. Республиканың төҙөлөш һәм архитектура министры вазифаһын башҡарыусы Артем Ковшов хәбәр итеүенсә, 2023 йылда территорияларҙы комплекслы үҫтереү проектын тормошҡа ашыра башлағандан алып Башҡортостанда дөйөм ҡала төҙөлөшө потенциалы өс миллион квадрат метрҙан ашыу булған 36 торлаҡ төҙөлөшө килешеүе төҙөлгән. Шул уҡ ваҡытта 113 мең квадрат метрҙан ашыу авария хәлендәге һәм иҫке торлаҡты күсерергә планлаштыралар. Проектты тормошҡа ашырыу сиктәрендә Өфөлә, Туймазыла, Стәрлетамаҡта һәм Нефтекамала йорттар төҙөүгә туғыҙ рөхсәт бирелде. – КРТ килешеүҙәре һаны буйынса беҙ Киров һәм Төмән өлкәләре, Краснодар һәм Пермь крайҙары менән бер рәттән тәүге биш төбәк иҫәбендә, – тине Артем Ковшов. – Проекттың географияһын артабан да киңәйтергә, күберәк территорияларҙы үҙләштерергә планлаштырабыҙ. Мәҫәлән, яҡын киләсәктә яңы механизмды Дәүләкән, Әбйәлил, Нуриман райондарында, шулай уҡ Октябрьский ҡалаһында таратырға ниәтләйҙәр. Башҡортостан Башлығы торлаҡ төҙөлөшөнә системалы ҡараш мөһимлеген билдәләне. – Территорияларҙы комплекслы үҫтереү проектында ҡатнашҡан Төҙөлөш министрлығының һәм муниципалитеттарҙың идара итеү командаларына рәхмәт белдерәм, - тине Радий Хәбиров. - Был республикала торлаҡ төҙөлөшөн үҫтереүҙең һөҙөмтәле механизмы. Фото: Башҡортостан Башлығы сайты.