Найти в Дзене
Башҡортостан гәзите

Батыр үҙе лә юғалмай, исеме лә

“Илдар Суфияровтың һәләк булыуы тураһында ишетеү менән һуғыш мәхшәре аҡтарған был урындан уның кәүҙәһен кисекмәҫтән табып алып ҡайтырға кәрәклеген бөтәбеҙ ҙә шунда уҡ төшөндөк”, – тине үҙенең сығышында Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров. – “Мин беҙгә был маҡсатҡа өлгәшеүгә ярҙам иткән яугирҙәргә, барлыҡ кешеләргә рәхмәт белдерәм. Был хәлдә шулай эшләргә кәрәк тә – ҡаһармандарҙың һуңғы төйәге тыуған ерендә булырға тейеш”. Ул Геройҙың ата-әсәһенә шундай ҡаһарман ул, Ватанының ысын гражданын тәрбиәләп үҫтергән өсөн рәхмәт әйтте. Матәм сараһында шулай уҡ Рәсәйҙең Үҙәк диниә назараты рәйесе мөфтөй Тәлғәт Таджетдин, “Башнефть” акционерҙар нефть компанияһының “Башнефть-Новойл” филиалы (Илдар Суфияров МХО-ға юлланғанға хәтлем ошо компанияла эшләгән) директоры Максим Романов, “Башҡортостан” полкы командирының хәрби-сәйәси эш буйынса урынбаҫары майор Александр Мельченко, Илдарҙың хәрби дуҫы Александр Куельдин, махсус хәрби операция ветераны, Рәсәй Геройы полковник Денис Чернавин, ҡаһармандың әсәһе Мәрйәм Сабирйән ҡыҙы, ҡатыны Айгөл Марс ҡыҙы һәм улы Руслан сығыш яһаны. Илдар Суфияров 1971 йылда Өфөлә тыуған. 2024 йылдың апрелендә махсус хәрби операция биләмәһендә һәләк булды. Ул дошманға ҡаршы алышта батырлыҡ күрһәтеп, үҙен һәм өс дошман һалдатын шартлата. Илдар Суфияровҡа Рәсәй Президенты Владимир Путиндың Указы менән Рәсәй Геройы исеме (үлгәндән һуң) бирелде. Автор фотоһы.