“Мотлаҡ еңәсәкбеҙ!” Барыһы ла бер йөрәк аша үтә Хәҙерге заман шарттарына ярашлы илебеҙҙә барлыҡҡа килгән “Ватанды яҡлаусылар” фонды филиалдары беҙҙең күбебеҙҙең күҙенә салынмаған бик мөһим бурыстарҙы башҡара. Фондтың Илеш районындағы филиалында социаль координатор булып эшләгән ике аҫыл зат вәкиле тап ошо ҙур хәстәрлек, миһырбанлыҡ һәм яуаплылыҡ талап иткән эштәрҙе иңенә алған. Ләйсән Рифҡәт ҡыҙы Латипова был вазифаға тәғәйенләнгәнсе Илеш районы хакимиәтедә бәлиғ булмағандар эштәре һәм уларҙың хоҡуҡтарын яҡлау комиссияһының яуаплы секретары булып эшләгән. Унда алған эш һәм тормош тәжрибәһенең яңы вазифаһын башҡарған осорҙа ла бик кәрәклеге асыҡланған. – Мин һәр саҡ ауыр хәлгә тарығандарға, мәрхәмәтлеккә мохтаждарға ярҙам ҡулы һуҙырға теләй инем. Социаль координатор эшмәкәрлеге шуның өсөн дә минең күңелемә яҡын. Хәстәрлек, ғәҙеллек, мөрәжәғәт иткән кешегә хөрмәт – былар “Ватанды яҡлаусылар” фондының төп принциптары. Беҙ тап ошо төшөнсәләргә таянып эшләйбеҙ ҙә. Командабыҙ ҙур һәм берҙәм. Беҙгә район хакимиәттәре, төрлө ведомстволар, йәмәғәт ойошмалары һәр яҡлап ярҙам күрһәтә. Эргәбеҙҙә битарафтар юҡлығы беҙҙе яңы бейеклектәргә рухландыра һәм бурыстарҙы тағы ла теүәлерәк, яҡшыраҡ башҡарырға яуаплылыҡ өҫтәй, – ти Ләйсән Рифҡәт ҡыҙы. Бөгөн филиалдың социаль координаторҙары махсус хәрби операцияла ҡатнашыусыларға һәм уларҙың ғаиләләренә төрлө кимәлдәге ярҙам сараларын күрһәтә. Документтарҙы рәсмиләштереү, реабилитация, һөнәр алыу һәм хәрби ветерандарҙы эшкә урынлаштырыу, юридик, паллиатив медицина ярҙамы, шифаханаларҙа дауалау кеүек мәсьәләләрҙе хәл итеү өсөн ҙур хеҙмәт һәм күңел йылыһын һалырға кәрәк. – Беҙгә тәүге көндәрҙән үк махсус хәрби операцияла ҡатнашыусылыар, ветерандар мөрәжәғәт итә башланы. Кемдер үҙе килә, кемдер шылтырата, социаль селтәр аша мөрәжәғәт итә. Һорауҙар төрлө-төрлө. Кемгәлер консультация биреү генә лә етә, ә ҡайһы бер һорауҙарҙы хәл итеү өсөн күп ваҡыт талап ителә. Һәр мөрәжәғәт артында айырым кеше яҙмышы, һыҙланыу, борсолоу, өмөт ята, – тип һөйләй социаль координатор Әлиә Ғүмәрова. – Фондтың төп маҡсаты билдәле бит инде – махсус хәрби операцияла ҡатнашыусыларҙы һәм һәләк булған яугирҙәр ғаиләләрен социаль яҡлау. Уларҙың бөтә тейешле ярҙам сараларынан файҙаланыуы, медицина һәм социаль реабилитация, психологик ярҙам алыуы, дарыуҙар, техник саралар менән тәьмин ителеүе өсөн хәстәрлек күрәбеҙ. Эшкә урынлашырға теләгәндәр булһа, мотлаҡ ярҙам ҡулы һуҙасаҡбыҙ. Мин бында эш башлағанға ҡәҙәр Күп функциялы үҙәктә эшләнем, күбеһенсә рәсми ҡағыҙҙар, документтар менән эш итергә тура килде. Ә бында документтарға тиклем һиңә һорау менән мөрәжәғәт иткән кеше менән һөйләшергә, үтенесен өйрәнергә, аралашырға, ҡайһы саҡта тейешле йыуатыу һүҙҙәрен таба белергә кәрәк. Минең өсөн иң ҡыйыны, үҙәккә үткәне – улдары, ирҙәре, туғандары һәләк булған ғаилә ағзалары менән осрашып, уларҙың юғалтыу ҡайғыһын еңеләйтеү, нисек тә булһа ярҙам итеү теләге. Ғаилә фажиғәһен йөрәк аша үткәрәм, береһенән-береһе бәләкәйерәк ике-өс бала менән тол ҡалған ҡатындарҙы уйлап, күңел нескәрһә, әлегә бер ни аңламаған, аталарын көткән сабыйҙарҙы күреп, бик ныҡ һыҙланам. Әммә ныҡ булмай, үҙеңде ҡулға алмай сара юҡ. Улдары, ирҙәре бөгөн алғы һыҙыҡта Ватанды һаҡлаған ғаилә ағзалары көнкүреш мәшәҡәттәрен хәл итеү үтенестәре менән мөрәжәғәт итә, ҡышын ҡар көрәү, йәйгеһен үлән сабыу,электр линияларына тейеп үҫкән ағастарҙы ҡырҡыу мәсьәләләрен контролгә алырға тура килде. Башҡортостанда яугирҙәрҙе һәм уларҙың ғаилә ағзаларын бушлай шифаханаларҙа һауыҡтырыу проекты төплө уйланылған, уңышлы булып сыҡты. Был социаль ярҙамдан файҙаланған һәр кем республика, район етәкселегенә рәхмәтле. “Танып”, “Янғантау”, “Красноусол” шифаханаларында беҙҙең яҡташтарыбыҙ ҙа дауаланды. Кемдер барырға ҡыйынһынһа, “Эш бөтмәҫ ул, ағай-апай, барып, күреп ҡайтығыҙ”, тип өгөтләргә лә тура килгеләй. Яңыраҡ бер яугирҙең ата-әсәһе сиратлап “Танып” та ял итеп, бик ҡәнәғәт булып ҡайтты. “Бындай шәп, бик кәрәкле ярҙам илдең бөтә төбәктәрендә лә юҡ, шуға күрә хоҡуғығыҙҙан файҙаланығыҙ”, тип ғорурланып әйтеп тә ҡуям. Хәрби ветерандарҙы техник реабилитация саралары менән тәьмин итеү ҙә – эшебеҙҙең төп өлөшө. Юғары функциялы протездар һәм протез- ортопедик изделиеларға мохтажлыҡ кисергән яугирҙәр тураһында хәстәрлек күреү ҙә беҙҙең яуаплылыҡта. Фонд махсус хәрби операция ветераны, элекке волейбол һәм атыу буйынса спортсы Рубен Хәсәновҡа спорт протезы ҡуйҙырырға, фатирын йәшәү өсөн яраҡлаштырырға ярҙам итте. Әлеге көндә ҡайһы бер ветерандар фатир, йорт алыу мәсьәләләрен хәл итеү менән мәшғүл. Уларға ла торлаҡтарын йәшәү өсөн уңайлыраҡ итеүҙә бушлай ярҙам күрһәтеләсәк. “Улым артынан мин дә китергә уйланым...” Әлиә Фирҙәүес ҡыҙы менән әңгәмәләшкән арала бүлмәгә олпат ҡына йәштәрҙәге уҙаман килеп инде. Ул да махсус хәрби операция ветераны, Фәйләс Фәнис улы Суфиянов булып сыҡты. “Ватанды яҡлаусылар” фонды филиалының социаль координаторҙары уны борсоған мәсьәлә менән яҡшы таныш. – Яр Саллыла йәшәгән улым Фирдус ул саҡта минең кеүек эшҡыуарлыҡ менән шөғөлләнә ине. Килен менән ике бала үҫтерәләр, һәйбәт кенә донъя ҡороп ятҡан мәлдәре. Махсус хәрби операция башланыу менән уны 2022 йылда мобилизацияланылар. Тәүге мәлдә айырыуса ауыр булды, башҡа төрлө уйҙар килә, билдәһеҙлек күңелде өйкәй. Мин машина йөрөтөү, йөк ташыу менән күптән шөғөлләнгәс, алғы һыҙыҡҡа гуманитар ярҙам ташыуҙа ҡатнаша башланым. Малай ҙа унда бит, егеттәргә нисек тә ярҙам итергә кәрәк. Ҙур теләк менән, дәртләнеп сәфәргә сыҡтым. Бер аҙна тирәһе йәшәп тә ҡайтырға тура килде. Ул саҡта 52 йәштең өҫтөнә баҫһам да, үҙемдең яу барған зонала ниндәйҙер файҙа килтереремә ышанысым артып ҡайтты. Тәжрибәһеҙ йәштәргә тормош һабаҡтары бирә, көнкүрештә ярҙам итә алам, машина йөрөтөү буйынса мине оҫталыҡта уҙғандар һирәк тә баһа, тип уйлайым. “Бәлки, мин барһам, ике балалы улымды ҡайтарырҙар”, тигән хыялый уйҙар ҙа башта ҡайнаша. Ни булһа ла, бөтә Башҡортостан егеттәре тупланған батальонға мотлаҡ барырға тигән ҡарар менән ҡайттым. Тик ҡатыным Зөлфирә генә минең менән ризалашманы, төрлө миҫалдар килтереп, уйымдан кире һүрергә тырышты. Яҡындарын ут эсенә оҙатҡан ҡатын-ҡыҙҙың хәлен дә аңларға була, әлбиттә. Аҙаҡ күнде инде. Райондан килгән УАЗ машинаһында замполитты йөрөттөм. 2024 йылдың июль айы аҙағы ине. Баш өҫтөнән ҡорбандарын эҙәрләп, “ҡарсығалар” оса, пушка тауыштары ҡолаҡты шаңҡыта. Ҡайһыһы яралағандыр, белмәйем, госпиталгә барып эләктем, аҙаҡ Северо-Донецкиҙа бер ай дауаланылар һәм часткә ебәрҙеләр. Егерме көнлөк ялдан һуң кире хеҙмәттәштәрем эргәһенә юл тоттом. Ноябрь айында көтмәгәндә инсульт һуҡты. Кременная ҡалаһындағы госпиталгә, аҙаҡ поезд менән Мәскәүгә оҙаттылар. Өс ай дауаланырға тура килде. Мин әле үҙемдең ниндәй статуста икәнемде асыҡлай алмайым, “демобилизацияланған” тип иҫәпләһәләр ҙә, ҡулымда хәрби хеҙмәттән бушатылыуым тураһында бер документ та юҡ. Шуға күрә бына Әлиә эргәһенә кәңәшләшергә килдем дә инде, – тип көтөлмәгән һынауҙар тулы тормош юлы менән таныштырҙы яугир. – Фәйләс Фәнил улы, улығыҙ менән бергә хеҙмәт итергә лә, осрашырға ла тура килмәгән, ахырыһы... – Эйе, бергә хеҙмәт итергә яҙманы. Атай булараҡ, улым менән ғорурлана алам, ҡыйыулығы, батырлығы өсөн бер нисә хәрби наградаға лайыҡ булды, тик ҡаты яраланды. Әле ул Мәскәүҙәге Бурденко исемендәге госпиталдә дауалана, барыбыҙ ҙа уның тиҙерәк һауығып, Илешкә ҡайтыуын түҙемһеҙлек менән көтәбеҙ. Өлкән улым Фидус ҡатыным Зөлфирә менән уның хәлен белешергә барып ҡайтты. Хәрбиҙәргә генә түгел, уларҙың ғаиләләренә күрһәтелгән ихтирамды ошо госпиталь хеҙмәткәрҙәре мөнәсәбәтенән дә яҡшы тойҙоҡ. Фидус улым менән ҡатыныма бөтә уңайлыҡтары булған яҡындағы отелдән бушлай бүлмә бирҙеләр. Бер аҙна шунда йәшәнеләр. “Танып” шифаханаһына мине лә, ҡатынымды ла ял итергә, һаулыҡты нығытырға ебәрҙеләр, ҙур иғтибарҙары өсөн фонд хеҙмәткәрҙәренә рәхмәттән башҡа һүҙ юҡ, – тине 55 йәшлек хәрби хеҙмәт ветераны. Фәйләс Фәнил улы ла хәрби наградаларға лайыҡ, хеҙмәттәштәре араһында абруй ҡаҙанған яугир. Ул был хаҡта һөйләргә яратмай, ә үҙ ирке менән Ватан һағына баҫҡан Башҡортостандың аҫыл егеттәрен иҫкә алып, фиҙакәрлектәре менән һоҡланырға бик әүәҫ. “Мин һаман да тыныс тормошҡа ҡайтыуыма күнегеп китә алмайым, снарядтар шартлауы аҫтында хәрби бурыстарын үтәгән яҡташтарым күҙ алдынан китмәй. Ә бында, тәрән тылда, тормош әүәлгесә дауам итә – күнегеп китеүе һис еңел бирелмәй. Тиҙерәк тыныс тормош урынлашып, егеттәребеҙҙең тыуған яҡтарына әйләнеп ҡайтыуҙарын көтәм, мотлаҡ еңәсәкбеҙ!”, – ти ветеран. Динә Арыҫланова. Илеш районы. Резеда Шәңгәрәева фотоһы. Ветеран Фәйләс Суфияновтың социаль координатор Әлиә Ғүмәроваға һорауҙары бар.