Найти в Дзене
Атайсал гәзите

Сибай ҡала мәҙәниәт йортоноң "Йәнгүҙәй" башҡорт халыҡ фольклор ансамбле "Милли кейем-халҡымдың рухи хазинаһы" онлайн- флешмобына ҡушыла

Сибай ҡала мәҙәниәт йортоноң "Йәнгүҙәй" башҡорт халыҡ фольклор ансамбле "Милли кейем-халҡымдың рухи хазинаһы" онлайн- флешмобына ҡушыла.

Милли кейем - милли төҫ, милли сифатты сағылдырған бер билдә генә түгел, ә халыҡтың оло тарихын, сәнғәтсән ҡеүәһен күрһәткән дәлил ул. Күлдәк, киң балаҡлы ыштан, еңһеҙ ҡыҫҡа камзул, елән, яулыҡ һәм түбәтәй, итек һәм ҡата – башҡорттарҙың көндәлек кейеме булған. Ҡатын-ҡыҙҙар ҡулдан һуғылған туҡыманан тегелгән күлдәк, бәрхәт камзул, көмөш биҙәүестәр таҡҡан.