Найти в Дзене
Башҡортостан гәзите

Яугир ярты тонна бал алған

Махсус хәрби операцияла ҡатнашҡан Нуриман егете үҙенең умарталығынан ярты тоннанан ашыу бал алыуға өлгәшкән. Вячеслав Абдуллин быйыл март айында “Работа России” кадрҙар үҙәгенә мөрәжәғәт итеп, үҙ эшен асыуға май айында 350 мең һум аҡса алған. Хеҙмәт белгестәре уға бизнес-план төҙөргә һәм кәрәкле документтар йыйырға ярҙам иткән. Дәүләттән алған финанс ярҙамына ветеран 20 умарта һәм кәрәкле ҡорамалдар һатып ала. Тап дәүләт ярҙамына таянып, махсус хәрби операция ветерандары араһындағы мәшғүллекте бер ай эсендә һигеҙ процентҡа арттырырға мөмкин булған. Хәҙер эш менән тәьмин ителеш 72 процент тәшкил итә. Был хаҡта ғаилә, хеҙмәт һәм халыҡты социаль яҡлау министрының беренсе урынбаҫары Юрий Мельников хәбәр итте. Контракт нигеҙендә адреслы социаль ярҙам программаһында ҡатнашыусы кеше бизнес буйынса өҫтәмә белем алырға теләһә, уның 30 мең һум торған курсты үтеү мөмкинлеге бар. Фото: Ғаилә, хеҙмәт һәм халыҡты социаль яҡлау министрлығының матбуғат хеҙмәте.