Ингредиенттар: 2 кг таҙартылган ҡабаҡ, 2 кг шәкәр ҡомо, 2 лимон, 400 мл һыу, ванилин. Әҙерләү: Һауытҡа һыу, ике лимон һутын һығып һалырға, бәләкәй бер ҡап ванилин, шәкәр ҡомо һалып, болғатып тороп, ҡайнатырға. Шунан сиропты ҡабаҡ шаҡмаҡтары (2 см самаһы, бик ваҡ булһа, иҙелергә мөмкин) өҫтөнә һалырға һәм ҡайнатып сығарырға. Һүрән утта тағы 4-5 минут ҡайнатырға, шунан һүндерергә. Был масса һыуынып бөтөргә тейеш, шул ваҡытта ҡабаҡҡа шәрбәт һеңә. Шунан тағы бер ҡат ҡайнатып сығарырға һәм ҡапҡасын ҡаплап һыуытырға кәрәк. Икенсе ҡайнатҡандан һуң ҡабаҡты һөҙөргә, шәрбәте һарҡып бөтөргә тейеш. «Сушилка»һы булған кеше шунда киптерә ала. 80-90 градусҡа тиклем ҡыҙған духовкала ла киптереп була. Ишеген асҡылап алығыҙ. Кипкән цукаттарға шәкәр пудраһы һибергә мөмкин. Автор фотоһы.