Найти в Дзене
Баймаҡ яңылыҡтары

"Башҡорт аты" фестивалендә тәүге тапҡыр "тәңкә алыу" буйынса ярыш үтте

"Башҡорт аты" фестивалендә тәүге тапҡыр "тәңкә алыу" буйынса ярыш үтте.

Был боронғо милли уйын. Унда һыбайлыға ергә күмелгән тоҡсайҙарҙы эләктерергә кәрәк (борон замандарҙа улар урынында аҡса һалынған моҡсай йәки ҡамсы ла булған). Уйын башында биш кенә тоҡсай булһа, артабан улар һаны арта. уйын ҡатмарлаша. Был уйын һыбайлының етеҙлеген, сослоғон һәм һығылмалылығын бик яҡшы үҫтерә.

Фестивалдә "ылаҡ", "тай-тулаҡ", "ауҙарыш" кеүек ярыштарҙа профессионалдар ғына ҡатнашһа, "Тәңкә алыу" тәүге тапҡыр үткәрелеү хөрмәтенә унда теләгән һәр кемгә ҡатнашыу хоҡуғы бирелде.

Республиканың Милли һәм этник спорт төрҙәрен үҫтереү үҙәге белгесе Фазыл Кинйәбаев әйтеүенсә, уйынды әүҙем тергеҙеү бынан өс йыл самаһы элек башланған. Райондарҙа ул йәштәр араһында популярлыҡ яулай бара.

Етди ҡаҙаныштар ҙа бар: "Тәңкә алыу"ҙа Рәсәй чемпиондары Илфат Йәнмырҙин һәм Фидан Миңлеғолов 2024 йылда Ҡаҙағстанда үткән Бөтә донъя күсмә халыҡтар уйындарында еңеүсе булды.