Йыш ҡына һандарҙы ғына түгел, хатта исемдәрҙе онотабыҙ. Бындай саҡта халыҡ табиптары нимә кәңәш итә? Шундай ысулдарҙың береһе:
- 1 лимонды тышы менән турарға,
- 1 баш һарымаҡты ваҡларға,
- 1 аш ҡалағы бал,
Өҫтөнә ҡайнап һыуытылған йылымыс 1 литр һыу ҡоябыҙ. Өс көн һалҡын урында тотҡас, марля аша һөҙөп алабыҙ.
Көнөнә өс тапҡыр ашар алдынан 1-2 аш ҡалағы эсәбеҙ.
Һау булайыҡ!