Хужабикәләргә сер һандығын асып, ризыҡ муллығын теләп,
аш-һыу оҫтаһы Айгөл Иҙрисова матур кәңәштәр бирә.
Сәйҙәрегеҙ тәмле, аштарығыҙ бәрәкәтле булһын.
🥙Итле һурпа тәмле булып бешһен тиһәгеҙ, итте һалҡын һыуҙа йыуып бешерергә һалығыҙ. Ашығыҙ ҡайнар алдынан йыйылған күбекте йыйып алығыҙ. Бер баш һуғанды бөтәүләй һалып утты әкренәйтеп ҡуйығыҙ. Талғын утта бешкән һурпа тәмле була. 1 сәғәт бешкәс кенә тоҙ һалырға кәрәк.
🥙Салаттарға, бәлеш, пирожки эслегенә кәрәкле дөгөнө ҡат - ҡат йыуығыҙ. Һыу тап - таҙа булғансы сайҡатығыҙ. Аҙаҡ ҡайнап торған һыуға тоҙ һалып 10 минут бешерәбеҙ ҙә дуршлагта һалҡын һыу менән сайҡатығыҙ. Таралып ҡына торған матур, тәмле дөгө буласаҡ.
🥙Ҡамыр баҫҡанда иң тәүҙә шыйыҡлыҡ әҙерләгеҙ. Аҙаҡ дрожжи, тоҙ, шәкәр һымаҡ ингредиентын һалып ондо ошо шыйыҡлыҡ күпме ала яйлап ҡына һала - һала баҫабыҙ. Бар ондоң да тығыҙлығы бер төрлө булмай.
🥙Эҫе икмәкте телер өсөн бысаҡты 1-2 минут һалҡын һыуҙа тотоғоҙ.
🥙Бутҡа бешерә торған суйын һауытты һалҡын һыу менән сайҡатығыҙ шунан ғына һөт һалығыҙ.
Оҙаҡ бешә торған ярма булһа, иң тәүҙә һыуҙа бешереп тороп, бешеп етеп килгәндә генә һөт өҫтәгеҙ, берәр ҡалаҡ ак май төшөрөп томалап ябып торһаң бутҡа тәмле һәм файҙалы була.
🥙Сәйегеҙ тәмле булып бешһен өсөн сәйнүкте ҡайнар һыу менән сайҡатып сәй һалғас өҫтөнә яңы ҡайнаған һыуҙы ағыҙып томалап ултыртып тороғоҙ. Сәй тулыһынса бешһә генә тәмле була.
🥙Дерелдәк(холодец) эшләгәндә итте, тарамыш һөйәген 5-6 сәғәт талғын утта тоҙһоҙ ғына бешерегеҙ. Аҙаҡ итен аралап, һурпаны һөҙөп тоҙ, борос, һарымһаҡ һәм башҡа тәмләткестәр һалып тағы ла 5-10 минут ҡайнатып уңайлы һауыттарға ҡойоп һыуытығыҙ.
🥚🥟Ә быныһы инде, йомортҡа бәлешенең рецебы:
Эслегенә йомортҡа, һуған, укроп йәшеллеге әҙерләнем.
🥐🍞6 йомортҡа шаҡмаҡлап туралған.
Бер аш тәрилкәгә тултырып йәшеллек турап ҡуйҙым.
Тоҙ, борос самалап
Ауыл ҡаймағы йәки аҡ май - 1 - 2 аш ҡалағы
Ҡамыр өсөн :
1 стакан йылы һөт
1 стакан йылымыс һыу
1 бал ҡалағы тоҙ
1 аш ҡалағы дрожжи
1 аш ҡалағы ҡаймаҡ 30%
1 аш ҡалағы көнбағыш майы
1 аш ҡалағы аҡ май.
1 аш ҡалағы шәкәр ҡомо
Бөтәһен бергә ныҡлап бутайбыҙ. Ошо шыйыҡлыҡ күпме он ала яйлап өҫтәй - өҫтәй ҡамыр баҫып ҡуябыҙ.
1 сәғәт тирәһе ҡабара.
Өлөштәргә бүлеп эслекте бик күп һалмай ғына бөйөрөктәр бөрәбеҙ.
180 градуста 30-35 минутта бешеп тә сыҡтылар.