Ҡыҙым, ҡыҙым, ҡыҙғынам,
Күҙемдәге нурғынам,
Йөрәгемде моңға төргән
Йырлап туймаҫ йырғынам,
Ҡыҙым минең, ҡыҙғынам,
Баҙлап торған ҡуҙғынам.
Шул ҡуҙыңды йәндәй һаҡлап,
Башҡаларҙан ҡыҙғанам.
Һүндермәйсә утыңды,
Һаҡлап йылы ҡотоңдо
Йәшәтһәсе яҙмышҡайың
Ҡурсып тормош һутыңды.
Берҙән-берем, бер генәм,
Көтөп алған гөл генәм.
Бишектән үк сер бүлешеп,
Көлөп ятҡан үҙгенәм.
Төҫөм минең, ҡыҙсығым,
Кинәнер уйынсығым.
Мин бит Әсә, ҡыҙ балала -
Өмөтөм, йыуанысым.
🖊️Светлана НАСЫРОВА.