Бөгөн, 14 июндә, Бүздәк районына эш сәфәре барышында Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров Ҡаран ауылындағы Бүздәк ауыл хужалығы колледжында булды. Уҡыу йорто 1960 йылдан республиканың агросәнәғәт комплексы өсөн квалификациялы эшселәр әҙерләй. Йыл һайын колледж стеналарында 440-тан ашыу студент иретеп йәбештереүсе, тракторсы-машинист, ауыл хужалығы производствоһы мастеры, мәғлүмәт системалары һәм ресурстары операторы, ашнаҡсы-кондитер кеүек һөнәрҙәр буйынса белем ала. Уҡыу йорто директоры Артур Низамов колледждың инфраструктураһы хаҡында һөйләне. Ул дөйөм майҙаны 1 120 квадрат метрлыҡ ике уҡыу корпусын үҙ эсенә ала, уларҙа оҫтаханалар һәм спорт залы, тамаша залы, китапхана, ашхана һәм медпункт бар. Бынан тыш, учреждение территорияһында ятаҡ, автомобиль һәм тракторҙар йөрөтөү өсөн майҙансыҡ, 250,5 гектар майҙанлы уҡыу хужалығы һәм икмәкхана бар. Төбәк етәксеһе кабинеттарҙы һәм оҫтаханаларҙы, тамаша һәм спорт залдарын, ятаҡты, ашхананы ҡараны, шулай уҡ педагогик коллектив менән аралашты. Башҡортостан Башлығы шулай уҡ уҡыу йортоноң артабанғы үҫешен тикшерҙе. Журналистар менән әңгәмәлә төбәк етәксеһе ауыл ерендә һөнәри белем биреүҙе һаҡлау һәм үҫтереүҙең әһәмиәте хаҡында һөйләне. Шулай уҡ 2027 йылда Бүздәк ауыл хужалығы колледжын капиталь ремонтлау планлаштырылыуы хаҡында хәбәр итте. - Бындай ныҡлы муниципалитеттарҙа ауыл хужалығының ни тиклем яҡшы үҫешкәнен һәм эшселәр етмәүен күрәбеҙ. Тап шуға күрә махсус программа булдырҙыҡ – колледждарыбыҙҙы тәртипкә килтереү өсөн йыл һайын 500 миллион һум бүләбеҙ, - тип билдәләне Радий Хәбиров. Сығанаҡ: glavarb.ru