Найти в Дзене
Башҡортостан гәзите

Тел уҡытыусылары нимәләр хаҡында фекер алышасаҡ?

Хәбәр итеүебеҙсә, 12-13 майҙа Өфөлә II Бөтә Рәсәй башҡорт теле һәм әҙәбиәте уҡытыусылары съезы үтә. Рәсәй төбәктәренән килгән делегаттарҙы ҡаршы алыу 12 майға билдәләнгән. Шулай уҡ ошо көндә эшсе төркөмдөң Рәсәй Федерацияһында полилингваль белем биреү концепцияһының проектын булдырыу буйынса ултырышы үтәсәк. Съезд рәсми рәүештә 13 майҙа асыла. Был көндә йыйында ҡатнашыусылар төшкә тиклем тематик майҙансыҡтарҙа эшләйәсәк. Улар төрлө урындарҙа – 202-се полилингваль балалар баҡсаһында, 2-се “СМАРТ” Республика полилингваль күп профилле гимназияһында, Өфө фән һәм технологиялар университетында, М. Аҡмулла исемендәге Башҡорт дәүләт педагогия университетында, Өфө вуз-ара кампусында, Ә.-З. Вәлиди исемендәге БР Милли китапханаһында, БР Милли музейында ойошторола. Был майҙансыҡтарҙа башҡорт телен заман талаптарына ярашлы уҡытыу, уны балалар баҡсаларында һәм мәктәптәрҙә өйрәнеү, йәш быуында илһөйәрлек һәм тыуған еребеҙгә һөйөү тәрбиәләү һәм башҡа көнүҙәк темаларға һөйләшеүҙәр, фекер алышыуҙар буласаҡ. Артабан съезда ҡатнашыусылар пленар өлөшкә йыйыла. Уның эшендә Башҡортостан Башлығы Радий Хәбировтың ҡатнашыуы көтөлә. ФЕКЕР Азат Рафаил улы Батыршин, Өфө ҡалаһы ҡала округы хакимиәтенең мәғариф идаралығы начальнигы: – Өфөлә үтәсәк II Бөтә Рәсәй башҡорт теле һәм әҙәбиәте уҡытыусылары съезын төп маҡсаты – Рәсәй Федерацияһы халыҡтарының туған телдәрен уҡытыуҙа заманса инновациялы фәнни-методик алымдар эҙләү, полилингваль дөйөм белем биреү ойошмаларының эш тәжрибәһе менән уртаҡлашыу, башҡорт теле һәм әҙәбиәте уҡытыусыларына ярҙам итеү, шулай уҡ төбәк-ара фәнни-белем биреү бәйләнештәрен киңәйтеү. Съезда Өфө ҡалаһының мәктәп директорҙары һәм уҡытыусылары, методистар, балалар баҡсалары тәрбиәселәре Һәм район мәғариф бүлеге начальниктары ҡатнашасаҡ. Беҙҙең алда башҡорт теле һәм әҙәбиәте уҡытыусылары берләшмәһенең, шулай уҡ республиканың, Рәсәй төбәктәренең һәм БДБ илдәренең белем биреү учреждениелары етәкселәренең алдынғы әжрибәләрен берләштереү бурысы тора. Шулай уҡ туған телдәрҙе уҡытыу системаһын яҡшыртыу, кадрҙар мәсьәләһен хәл итеү һәм уҡыу материалы менән тәьмин итеү юлдарын эҙләү, туған телде, шул иҫәптән башҡорт телен һәм әҙәбиәтен уҡытыу проблемаларына йәмәғәтселек иғтибарын йәлеп итеү ҙә көнүҙәк мәсьәләләрҙән һанала. Шулай уҡ съезд яңы педагогик кадрҙар әҙерләү өсөн стимул булыр һәм башҡорт һәм башҡа туған телдәргә ихтыяжды һәм ҡыҙыҡһыныуҙы арттырыр тип көтөлә.