Найти в Дзене
Башҡортостан гәзите

Туймазылар гуманитар йөк алып барған

Ошо көндәрҙә махсус хәрби операция биләмәһенә Башҡортостан хәрбиҙәре өсөн ҙур гуманитар йөк алып барылды. Яугирҙәр өсөн кәрәкле әйберҙәрҙе Туймазы халҡы йыйған. Муниципалитетта хәбәр итеүҙәренсә, фронтҡа йәмәғәтселәр, эшҡыуарҙар һәм битараф булмаған граждандар ГАЗель, ВАЗ 2107, ВАЗ 21099, Daewoo Nexia автомобилдәрен, ике мотоцикл ебәргән. Бынан тыш, яугирҙәр көмбәҙле антидрон системаһы, квадрокоптерҙар, тепловизорға ҡаршы юрғандар, күтәргестәр, медикаменттар, аҙыҡ-түлек, шәхси гигиена саралары, мендәрҙәр, бинт, жгуттар, окоп шәмдәре, эш ҡоралдары һәм башҡалар, шулай уҡ туғандарынан шәхси посылкалар ала. "Ярҙам йыйыуҙа һәм ебәреүҙә ҡатнашҡандарҙың барыһына ла рәхмәт. Һеҙҙең хәстәрлегегеҙ һәм иғтибарығыҙ алғы һыҙыҡта тороусылар өсөн бик мөһим”, — тип хәбәр итә Туймазы хакимиәте социаль селтәрҙә. Фото: "Башинформ".