Аҙна башында “Бәйләнештә” социаль селтәрендәге төркөмдәрҙең береһендә дөрөҫ булмаған мәғлүмәт баҫылды. Пост авторы әйтеүенсә, “Красноусол” шифаханаһы сығанаҡтарҙы тәртипкә килтермәгән һәм төҙөкләндермәгән, ә бысраҡ һыуҙарын курорт биләмәһендә урынлашҡан “Өйрәк” күленә ағыҙа. “Фактчекинг по-башкирски” телеграм-каналы был мәғлүмәтте тикшергән һәм дөрөҫтө асыҡлаған. Мөрәжәғәттә күрһәтелгән “Усолка” йылғаһы янындағы сығанаҡтар Ғафури районы Красноусол ауылының урындағы үҙидара органдары контроле аҫтындағы биләмәлә урынлашҡан. Шифаханаға уларҙың бер ниндәй ҙә ҡағылышы юҡ. Шифахана биләмәһендә урынлашҡан "Өйрәк күлдәр"е 50-60-сы йылдарҙа уҡ барлыҡҡа килә, ул саҡта дауахана өсөн балсыҡ бысрағы сығарыла. Был күлдәрҙәге һыу шифахана территорияһындағы сығанаҡтарҙан йыйыла һәм тәбиғи рәүештә “Усолка” йылғаһына ҡоя. Был фактҡа ҡарамаҫтан, курорт даими рәүештә һыу өлгөһөн зарарлы химик һәм биологик матдәләргә анализлау өсөн алып тикшереп тора. Бөгөнгө көнгә зарарлы матдәләр табылмаған. Шулай итеп, “Өйрәк күлдәре”нең бысраныуы һәм шифахана яғынан ағынты һыуҙың ағып төшөүе тураһында мәғлүмәт ысынбарлыҡҡа тап килмәй. Ни өсөн паблик дөрөҫ булмаған мәғлүмәттәрҙе ышаныслы рәүештә тараталыр — аңлашылмай. Әйткәндәй, был яҙма баҫылып сыҡҡандан һуң уның дауамы булды. Паблик админы шәхсән рәүештә комментарийҙарҙа “Фактчекинг по-башкирски” каналына мөрәжәғәт иткән. Имеш, шифахананың вәкәләтле кешеләренә күлдәр ҡаршыһында Усолка йылғаһы үҙәне үҙгәртелеүе һәм граждандар һыуға бара алмаһын өсөн кәртә ҡуйыуҙары буйынса ике административ эш ҡуҙғатылған. Улар яҙыуынса, башҡа ваҡ проблемалар ҙа күп. Шулай итеп, хәлде асыҡлау дауам итә. Ер участкаһы Ғафури районы хакимиәте менән төҙөлгән килешеү буйынса шифаханаға ҡуртымға бирелгән. 2019 йылда ҡуйылған металл ҡойма йорт хайуандары изге шишмә — купелдәргә үтеп инмәһен өсөн кәрәк була. Уның булыуына ҡарамаҫтан, Усолка йылғаһына инеү изге сығанаҡтар яғынан да, шифахана биләмәһенән да ирекле булып ҡала. Бында асфальт тротуар һалынған. Әлеге ваҡытта ҡойма һүтелгән. Күп йылдар дауамында хакимиәт тарафынан йылғаның үҙәнен үҙгәртеү буйынса маҡсатлы эштәр башҡарылмаған. 2003-2004 йылдарҙа шифахананың элекке етәкселеге төҙөгән дамба Богородица-Табын ҡатын-ҡыҙҙар монастыры настоятельницаһының мөрәжәғәтенә яуап итеп һүтелә. Һүтеп алынғандан һуң йылға элекке үҙәненә ҡайта. Ә паблик админы яуап итеп ҡуйған фотоларҙа яҙғы ташҡын һүрәтләнгән. Дөйөм алғанда, административ ҡануниәтте үтәү мәсьәләләре тейешле органдар юрисдикцияһында тип иҫәпләйбеҙ, һәм яҡтарҙы ғәйепләү урынына уларҙың ҡарарҙарын көтөп торорға кәрәк. Рәүфә Рәхимова контроле аҫтындағы каналдарҙа әүҙем рәүештә “Изгелек” хәйриә фондының “мәжбүри ябылыуы”тураһында хәбәр тарала. Авторҙар раҫлауынса, Башҡортостан властары "ойошма эшмәкәрлеген туҡтата", ә ауырыу балаларҙың әсәйҙәре Рәсәй президентына петиция менән мөрәжәғәт итте. Был медиа-спектакль – асыҡтан-асыҡ провокация. “Изгелек” фонды уның нигеҙ һалыусыһы Рәүфә Рәхимова ҡарары буйынса ғына эшен туҡтата. Төбәк властарының быға ҡағылышы юҡ: улар фонд эшмәкәрлегенә ҡыҫылмай һәм дәғүә белдермәй. Хәл яһалма рәүештә ҡуйыртыла һәм хәлде сәйәсиләштереүгә һәм тотороҡһоҙландырыуға йүнәлтелә. Был Рәхимова контролдә тотҡан киң мәғлүмәт саралары эшмәкәрлеге менән бәйле суд процестары фонында була. Күрәһең, ҡайһы бер төркөмдәр “ҡыҫырыҡлау”ҙың ялған образын тыуҙырыу өсөн эмоциональ фонды ҡуллана. Шуны аңлау мөһим: төбәктә хәйриә мәсьәләләре һәр ваҡыт ҡәтғи рәүештә закон сиктәрендә хәл ителә. Бер кем дә балаларҙың һаулығын ҡурҡыныс аҫтына ҡуймай — был кемдеңдер мәнфәғәтендә йәмәғәтселек фекерен манипуляциялау ғына. Интернетта Башҡортостандың хәрби комиссары Михаил Блажевичтың интервьюһынан өҙөк таратыла. Унда доброволецтарҙы түләүҙәр айырмаһы арҡаһында Тыуған илгә икенсе төбәктән хеҙмәт итергә йәлеп итеү тураһында әйтелә. Был видео – фейк. Ул нейро селтәр ярҙамында барлыҡҡа килгән. Төп интервью 2020 йылдың 22 октябрендә баҫылып сыға. Унда Михаил Блажевич көҙгө саҡырылыш тураһында һөйләгән. Хәрби комиссариатта ла видеоның ысынлығын кире ҡағалар. Һуңғы ваҡытта ЦИПСО яғынан граждандарҙы дезинформациялауға йүнәлтелгән әүҙем мәғлүмәт һөжүме алып барыла. Бындай фейктар заманса технологиялар ярҙамында эшләнә һәм яңылышлыҡ тыуҙырыуы ихтимал. Һәр кемде һығымта яһар алдынан иғтибарлы булырға һәм мәғлүмәтте тикшерергә саҡырабыҙ.