Найти в Дзене

“Процестар фабрикаһы”нда 1200-ҙән ашыу хеҙмәткәр уҡыған

Республика предприятиелары хеҙмәткәрҙәре «Процестар фабрикаһы» уҡыу тренажерында һаҡсыл производствоға өйрәнде, тип хәбәр итә Башҡортостан Хөкүмәтенең матбуғат хеҙмәте. Уҡытыу «Хеҙмәт етештереүсәнлеге» милли проекты (национальный проект «Производительность труда») буйынса ойошторолған. Был - иҫәп буйынса өсөнсө уҡыу майҙансығы. Ағымдағы йылдың йәйендә «Логистик процестар фабрикаһы» эшләй башланы. Уның ярҙамында келәттә эшләүҙән алып заказдар йыйыуға тиклем логистиканың реаль процесын моделләштерергә мөмкин. – Эш шунда: һәр предприятиела һаҡлау һәм логистика буйынса бурыстарҙы үтәүсе белгестәр бар. Әгәр юғалтыуҙарҙы нисек бөтөрөү һәм үҫеш нөктәһен табыу алымдарын белһәк, компания ярайһы уҡ конкурент өҫтөнлөгөн аласаҡ, - тип аңлатты Башҡортостандың иҡтисади үҫеш һәм инвестиция сәйәсәте министрының беренсе урынбаҫары вазифаһын башҡарыусы Айрат Фәхретдинов. Һөҙөмтәлә Башҡортостан Федераль компетенциялар үҙәгенән бер юлы өс «Процестар фабрикаһы»: офис, етештереү һәм логистика йәлеп ителгән илдең күп булмаған төбәктәренең береһенә әүерелде. Предприятиелар уҡыу майҙансыҡтарына ихтыяж кисерә, сөнки хеҙмәткәрҙәрҙе уҡытыу «Хеҙмәт етештереүсәнлеге» милли проекты сиктәрендә бушлай алып барыла. Милли проекттар ил Президенты В.В. Путиндың май указдары нигеҙендә тормошҡа ашырыла. Сығанаҡ һәм фото: Башҡортостан Хөкүмәтенең матбуғат хеҙмәте.