Найти в Дзене
Башҡортостан гәзите

Еңеүсебеҙ - "Йәйғор"ҙа!

5 октябрь - Уҡытыусылар көнө уңайынан гәзитебеҙҙең "Бәйләнештә"ге төркөмөндә республикабыҙҙың алдынғы педагогтарынан бер төркөм араһында конкурс уҙғарғайныҡ. Билдәле булыуынса, унда төп бүләкте Бөрйән районының Иҫке Собханғол урта мәктәбенән физика уҡытыусыһы Фәнүзә Хәкимова яуланы. Уға, конкурс шарттарына ярашлы, Өфөләге "Йәйғор" шифаханаһына ун көнлөк юллама тапшырылды. Фәнүзә Әҡсән ҡыҙы тап әле, уҡыусылар каникулда саҡта, баш ҡалабыҙҙың һауыҡтырыу үҙәгендә ял итә, сәләмәтлеген нығыта. - Һәр һөнәр кешеләре өсөн яҡшы ял шул тиклем кәрәк. Уҡытыусыға ла. Бына әле, каникул мәлендә, "Йәйғор"ҙа рәхәтләнеп ял итәм, һаулығымды нығытам. Көн дә иртәнсәктән алып киске сәғәт бишкә тиклем төрлө процедуралар үтәбеҙ, эргәләге ҡарағай урманы буйлап йөрөп кинәнәбеҙ, кистәрен иһә - бай мәҙәни программа. Ғөмүмән, шул хәтлем һәйбәт бында. Шифахана хеҙмәткәрҙәре, табиптар, шәфҡәт туташтары һәр береһе эшен юғары кимәлдә башҡара, үҙҙәре ныҡ ихлас, хәстәрлекле. Уларҙы ял итеүселәр барыһы ла хөрмәт итә, маҡтап ҡына тора, - тип тәьҫораттары менән уртаҡлашты Фәнүзә Әҡсән ҡыҙы. - Ошондай матур ял бүләк иткәндәре өсөн "Башҡортостан" гәзите редакцияһына ҙур рәхмәт белдерәм, коллективтағы һәр кемгә эшендә уңыштар, ныҡлы һаулыҡ теләйем. Конкурста минең өсөн тауыш биргән барыһына ла рәхмәт! Фәнүзә Хәкимоваға конкурста еңгән өсөн гәзиттең дипломын тапшырҙыҡ. Уға шифаханала яҡшы ял итеп, көс туплап ҡайтыуын, эшендә артабан да ҙур уңыштар насип булыуын теләйбеҙ. "Йәйғор" шифаханаһы тураһында айырым материал сайтта һәм гәзиттә донъя күрәсәк. Автор фотолары.