Ләйсән менән Марс Шәйәхмәтовтар – Ғафури районының Толпар ауылынан. Кәртәләре артынан Еҙем аға, тирә-яҡтан тау-ҡаялар, ылыҫлы урмандар уратып алған. Был хозурлыҡты күреү өсөн район үҙәге Красноусолдан машинала сәғәттән ашыу ҡырсын юл буйлап барырға кәрәк. Кәрәҙле бәйләнеш тә булмаған төпкөл ауылда Шәйәхмәтовтар инде дүрт йылға яҡын туристик эшҡыуарлыҡ менән шөғөлләнә. – Һөнәрем буйынса уҡытыусымын. Ауылда мәктәп ябылғас, эшемде юғалттым. Ирем себерҙә вахта ысулы менән эшләй ине, ҡыҙым колледжға уҡырға китте, ә улыбыҙҙы район үҙәгенә интернат-гимназияға ебәрергә тура килде. Шулай итеп, өйҙә япа-яңғыҙ тороп ҡалдым. Бер ялға ҡайтҡанында Айгүзәл ҡыҙым туристар саҡырып аҡса эшләргә кәңәш итте. Мин яуап биреп тә өлгөрмәнем, социаль селтәрҙә төркөм булдырып, иғландар яҙып, беренсе туристарҙы табып та ҡуйҙы, – ти Ләйсән Тимерйән ҡыҙы. Хужабикә эште нимә бар, шунан башлай: туристарҙы өйөнөң буш бүлмәләренә индерә, үҙҙәре көндәлек бешереп ашаған ризыҡтарҙы әҙерләй, өҫтәмә хаҡҡа мунса яға, ә бала