“Шүлгәнташ” дәүләт тәбиғәт ҡурсаулығының инспекторы Сабит Ҡәлин ҡурҡурсаулыҡта тикшереү эштәре менән йөрөгәндә ғәжәп тә, хәүефле лә хәлгә тап була. “Бөрйән урмандарында иң көслө һәм хәүефле йәнлек кем тип уйлайһығыҙ? Юҡ, бөрйән айыуы түгел! Беҙҙең тәбиғәт зонаһында иң көслөләре һәм ҙурҙары – мышылар. Ата мышылар һуғыша башлаһа, хатта ағастар сыҙамай”, - ти Сабит Ғәлин. Урман ашханаһына тоҙ яларға килгән ике мышы һуғышҡандан һуң ҡалған эҙҙәрҙе фотола күрергә була. Бер мышының мөгөҙө һынған, ағастар ҡолаған. Моғайын мышылар йәш кәләштең йөрәге өсөн алышҡандыр. Уларҙың көҙгө туйҙар мәле башланып тора. Ҡыҙып киткән мышы кешегә лә ташланыуы ихтимал. Шуға урманда йөрөгәндә һаҡ булығыҙ. Әлеге мәлдә ҡурсаулыҡ хеҙмәткәрҙәре маралдар иҫәбен һанай. Уларҙың һанын ата маралдың ҡысҡырыуынан иҫәпләйҙәр. Белгестәр әйтеүенсә, маралды йәшереп кенә төшөргән Сабит Ғәлинға уңыш йылмайған. Йәрәй әле йәнлек уны күрмәгән. Күреп ҡалһа, был осрашыу нимә менән тамамланырын берәү ҙә әйтә алмай. Фото һәм видео “Шүлгәнташ” дәүләт тәбиғәт ҡурсаулығынан алынды. Маралдың фотолары видеонан скриншот.