2024 йылдың 1 октябрендә Өфөлә Генерал Рыленко урамында Степан Кувыкин урамына менеп һәм Пугачев урамы киҫелешендә транспорт сиселешендә автомобилдәр хәрәкәтен башлау күҙаллана. Был хаҡта аҙналыҡ оператив кәңәшмә барышында ҡала хакимиәте башлығы Ратмир Мәүлиев хәбәр итте. Иҫегеҙгә төшөрәбеҙ, “Көньяҡ ҡапҡа” проекты Өфөләге 2,5 километрлыҡ Пугачев урамын төҙөкләндереүҙе, 1,2 километрлыҡ яңы Генерал Рыленко урамын һәм ошо урамдар киҫелешендә транспорт сиселешен төҙөүҙе үҙ эсенә ала. Өфө хакимиәте башлығы билдәләүенсә, объекттарҙың әҙерлеге 75 проценттан ашыу тәшкил итә. – “Кузнецов затоны” биҫтәһен транспорт менән тәьмин итеү өсөн Пугачев урамын реконструкциялау ваҡытында 2022 йылда 3,5 километр оҙонлоҡта урау юл һалынды, әммә Ағиҙел урамынан Дуҫлыҡ монументына тиклем автомобиль хәрәкәтен һаҡлау шарттарында ремонт бара, - тине Ратмир Мәүлиев. – 15 ноябрҙә урау юлдан хәрәкәтте Пугачев урамының яртыһына күсерергә уйлайбыҙ. Дуҫлыҡ монументынан “Лента” гипермаркетына тиклемге участкала әлегә ике һыҙат буйлап хәрәкәт итәсәкбеҙ, ә дүртәүһен дә декабрҙә сафҡа индерәбеҙ. Артабан ике һыҙатлы юл, 2022 йылда төҙөлгән, дүрт һыҙатлы Геофизиктар урамы бар. Пугачёв урамында Геофизиктар урамынан Бородин урамына тиклемге участкаһында эштәрҙең тамамланыуы 2025 йылдың өсөнсө кварталына күсерелде. Сөнки милекселәрҙән биналарҙы һүтеү өсөн һатып алыу буйынса хәл ителмәгән мәсьәләләр ҙә бар. Барлыҡ объекттарҙы асыу ағымдарҙы ҡабаттан бүлеү иҫәбенә ошо биҫтәлә транспорт хәлен һиҙелерлек яҡшыртырға мөмкинлек бирәсәк, тип һыҙыҡ өҫтөнә алды Башҡортостан Башлығы. – “Көньяҡ ҡапҡалар” ябай проект түгел. Ул Өфөнөң көньяҡ өлөшөндә юл селтәрен ярайһы уҡ тәртипкә килтерәсәк. Был - ҙур ҡаҙаныш. Уға бөтәһе 10,5 миллиард һум самаһы һалдыҡ, – тип билдәләне Радий Хәбиров. – Бөтә этаптарҙы ла тейешенсә тамамларға кәрәк. Әгәр төрлө сәбәптәр арҡаһында нимәлер күсерелә икән, халыҡҡа мотлаҡ аңлатыу зарур. Әйткәндәй, киләһе йылда беҙ “Кузнецов затоны”нда Волга буйы федераль округындағы иң ҙур мәктәпте – 2 200 урынлыҡ уҡыу йортон тапшырабыҙ. Фото: Башҡортостан Башлығы сайты.