Республика модулле конструкциялар урынлаштырыуға 147 миллион һумдан ашыу аҡса күсерҙе. Иҫегеҙгә төшөрәбеҙ, модулле кадрҙар үҙәктәре республика ҡалалары һәм райондарында, “Работа России” кадрҙар үҙәктәре стандарттары буйынса офистар ойошторорға мөмкинлек бирмәгән урындарҙа, “Демография” милли проектына ярашлы барлыҡҡа киләсәк. –Хәҙер модулдәр Сибайҙа һәм Мәсәғүт ауылында төҙөлә. Бишбүләк, Бүздәк, Мишкә һәм Туймазы райондарында контракттар төҙөлгән, участкаларҙы әҙерләү һәм инженер-техник тәьмин итеү селтәрҙәренә тоташтороу схемаларын яраштырыу эштәре бара. Шулай уҡ Иглин, Ауырғазы, Баҡалы һәм Благовар райондарындағы яңы биналарҙа мәшғүллек хеҙмәте клиенттары хеҙмәтләндереләсәк, – ти ғаилә, хеҙмәт һәм халыҡты социаль яҡлау министры вазифаһын башҡарыусы Ленара Иванова. Рәсәйҙең 12 төбәге араһынан Башҡортостан халыҡ мәшғүллеге үҙәктәрен комплекслы яңыртыу пилот проектына һайлап алынды. Мәшғүллек хеҙмәте селтәрен яңыртыуға төрлө кимәлдәге бюджеттарҙан 680 миллион һумдан ашыу аҡса бүленгән. Хәҙерге ваҡытта 13 райондың үҙәктәрендә ремонт эштәре тамамланған, ҡабул итеү эштәре бара. Алты районда биналарға капиталь ремонт яһала. Ә 28-е “Работа России” бренды аҫтында оҙаҡламай ишектәрен асасаҡ. “Демография” милли проектының (национальный проект "Демография") “Мәшғүллеккә ярҙам итеү” (“Содействие занятости”) федераль проектына ярашлы, граждандарҙы уҡытыу ойошторола. Программаның маҡсаты – граждандарҙың ҡайһы бер категориялары мәшғүллегенә профессиональ уҡытыу ойоштороу юлы менән ярҙам итеү, өҫтәмә белем биреү, хеҙмәт баҙарында конкуренцияға һәләтлекте һәм профессиональ мобиллекте тәьмин иткән һөнәрҙәргә өйрәтеү. Фото: Ғаилә, хеҙмәт һәм халыҡты социаль яҡлау министрлығының матбуғат хеҙмәте.