Найти в Дзене
Башҡортостан гәзите

Максим Забелин вазифаһын һаҡланы

Башҡортостан Республикаһы Башлығы Радий Хәбировтың Указы менән Максим Забелин Башҡортостан Башлығы Хакимиәте етәксеһе итеп тәғәйенләнде. Белешмә: Забелин Максим Васильевич 1979 йылдың 17 июлендә Курск өлкәһе Суджан районының Гончаровка ауылында тыуған. С. Киров исемендәге Хәрби-медицина академияһын (Санкт-Петербург), Рәсәй Оборона министрлығы Табиптарҙы камиллаштырыу дәүләт институтын, Рәсәй Президенты ҡарамағындағы Рәсәй халыҡ хужалығы һәм дәүләт хеҙмәте академияһының клиник ординатураһын тамамлаған. Рәсәй Федерацияһы Президенты ҡарамағындағы Рәсәй халыҡ хужалығы һәм дәүләт хеҙмәте академияһында МВА дәрәжәһен ала. Медицина фәндәре докторы. Хеҙмәт эшмәкәрлеген 2003 йылда Курскиҙа Рәсәй Оборона министрлығы авиабазаһының медицина хеҙмәте начальнигы булып башлай. Хеҙмәт эшмәкәрлеген 2003 йылда Курскиҙа Рәсәй Оборона министрлығы авиабазаһының медицина хеҙмәте начальнигы булып башлай. 2008-2009 йылдарҙа – Рәсәй Оборона министрлығы гарнизон госпиталенең хирургия бүлексәһе начальнигы (Мәскәү өлкәһенең Наро-Фоминск ҡалаһы). 2010-2012 йылдарҙа – 67-се ҡала клиник дауаханаһы табибы-хирургы (Мәскәү). 2012-2013 йылдарҙа – 50-се ҡала клиник дауаханаһының хиругия бүлеге мөдире (Мәскәү). 2013-2015 йылдарҙа – Мәскәү өлкә онкология диспансерының баш табибы урынбаҫары. 2015-2017 йылдарҙа – Рәсәй Федерацияһының дәүләт ғилми үҙәге - А.И.Бурназян исемендәге Федераль медицина биофизика үҙәгенең генераль директоры урынбаҫары - баш табибы. 2017-2018 йылдарҙа – Федераль медик-биологик агентлығы етәксеһе урынбаҫары. 2018 йылда – Рәсәй Һаулыҡ һаҡлау министрлығының “Милли медицина радиология тикшеренеү үҙәге” федераль дәүләт бюджет учреждениеһы филиалдары менән эшләү буйынса генераль директор урынбаҫары. 2018-2021 йылдарҙа – Башҡортостан Республикаһының һаулыҡ һаҡлау министры вазифаһын башҡарыусы, һаулыҡ һаҡлау министры. 2021-2022 йылдарҙа – Башҡортостан Республикаһы Хөкүмәте Премьер-министры урынбаҫары - Башҡортостан Республикаһының һаулыҡ һаҡлау министры. 2022-2024 йылдарҙа - Башҡортостан Республикаһы Башлығы Хакимиәте етәксеһе. Пирогов, генерал Шайморатов орден менән бүләкләнгән. Фото: Башҡортостан Башлығы сайты.