"Мәғариф" милли проектын тормошҡа ашырыу сиктәрендә Борай районында ике агрокласс асылды. Улар йәштәр араһында ауыл хужалығын популярлаштырыу һәм иртә һөнәри йүнәлеш биреү маҡсатында ойошторола. Бынан ары уҡыусылар кәрәкле аграр һөнәрҙәр буйынса эшләү өсөн белем һәм оҫталыҡ аласаҡ. Буласаҡ аграрийҙар өсөн заманса махсус ҡорамалдар менән йыһазландырылған уҡыу кабинеттары бүленгән. Класс етәксеһе Алһыу Ямирова етәкселегендә 1-се мәктәптең 14 уҡыусыһы агрономия һәм ауыл хужалығы донъяһына тәүге аҙымдарын яһаясаҡ. 3-сө мәктәптә Айгөл Билалова етәкселеге аҫтында уҡыясаҡ 20 уҡыусы иҫәпләнә. "Был Борай ауылында мәктәп мәғарифы өсөн тарихи ваҡиға. Ғилми-тикшеренеү эшмәкәрлегенә ҡыҙыҡһыныу тәрбиәләү һәм агросәнәғәт комплексы өсөн белгестәр әҙерләү – ул иртәгәһе көнгә беҙҙең аҡыллы өлөшөбөҙ. Уҡыусыларыбыҙ районыбыҙҙың ауыл хужалығын һәм иҡтисадын үҫтереүгә ҙур өлөш индерер, тип ышанабыҙ", – тип билдәләне Борай районы хакимиәте башлығы урынбаҫары Илвер Нурмөхәмәтов. “Агрокластар” проектын төбәктең алдынғы ауыл хужалығы предприятиелары ярҙамында Башҡорт дәүләт аграр университеты, урта белем биреү мәктәптәре, агроколледждар менән берлектә Башҡортостан Республикаһының Ауыл хужалығы министрлығы һәм Мәғариф һәм фән министрлығы тормошҡа ашыра. Әлеге ваҡытта республикала 130-ҙан ашыу ошондай класс булдырылған һәм эшләй. Билдәле булыуынса, “Мәғариф” (национальный проект “Образование”) милли проекты Рәсәй Президенты Владимир Путиндың май указы менән булдырылды. Фото: Борай районы хакимиәте.