ҒАИЛӘ ЙЫЛЫ Балтас районының Штәнде ауылында йәшәгән күп балалы ғаиләнең шатлыҡтары ла, алдағы йылдарға пландары ла ҙур. Фидарис Ибәтуллин менән Юлиә Мәрҙәнова өс ҡыҙ тәрбиәләп үҫтерә. Самира 6-сы, Алһыу – 4-се класта уҡый, Сагдианаға ете йәш. “Мин – Штәнде килене. Тәүҙә иремдең ата-әсәһе йортонда йәшәргә тура килде, хәҙер әсәлек капиталына алынған йортобоҙҙа йәшәйбеҙ. Уға төкәтмә төҙөп, ҙурайтырға уйлайбыҙ. Биләмәне төҙөкләндереү буйынса ла эш байтаҡ әле, тик беҙ күңелебеҙҙе төшөрмәйбеҙ, яйлап барыһын да тәртипкә килтерәсәкбеҙ. Беҙ был йортто һатып алғанда ҙур аҙбарҙың буш булыуы эсте бошорҙо. Ауылда мал-тыуарһыҙ йәшәүе ауыр бит. Хәҙер хыялыбыҙ тормошҡа ашты – социаль контракт һыйырлы ла, һөт-ҡаймаҡлы ла булырға ярҙам итте, – тип һөйләне Юлиә. – Беҙ ғаиләгә бер тапҡыр түләнгән 200 мең һум аҡсаға бер һыйыр, бер быҙау, ике тана алдыҡ”. Республикала адреслы ярҙамдың айырыуса ҙур ихтыяж менән файҙаланған йүнәлештәре бар: шәхси эшҡыуарлыҡ эшмәкәрлеге һәм шәхси ярҙамсы хужалыҡ алып барыу. Быйыл ошо йүнәлештәр буйынса 938 һәм 719 килешеү төҙөлгән. 2023 йылда рәсмиләштерелгән социаль контракттарҙы анализлағанда тап ошо йүнәлештәрҙең иң һөҙөмтәле булыуы асыҡланған. Былтырғы 1180 социаль контракттың 49-ы үҙмәшғүл булараҡ иҫәптә торған граждандар менән төҙөлгән. Уларҙың срогы тамамланғас яһалған йомғаҡ граждандарҙың йән башына тура килгән килеменең 25 процентҡа артыуын күрһәткән. Ғаилә йылының ете айында республикала 2,8 мең социаль контракт төҙөлөп, программала ҡатнашыусыларға 514,4 миллион һум аҡса түләнгән. Контракттарҙың 69 проценты балалы ғаиләләр менән төҙөлгән. Башҡортостан Ғаилә, хеҙмәт һәм халыҡты социаль яҡлау министры Ленара Иванованың әйтеүенсә, “адреслы дәүләт ярҙамының төп маҡсаты – мохтажлыҡ кисергән ғаилә йәки гражданға ярлылыҡтан сығыу өсөн шарттар тыуҙырыу. Бындай социаль ярҙамды йыл һайын биш меңгә яҡын кеше ала”. Социаль контракт төҙөү өсөн төп шарт: кешенең йән башына тура килгән уртаса килеме төбәктәге йәшәү минимумынан кәм булырға тейеш. Контрактты тормошҡа ашырыу ғаиләнең, айырыуса күп бала тәрбиәләгәндәрҙең матди хәлен яҡшыртыуҙа төп инструменттарҙың береһе булып тора. Ул дүрт йүнәлеш буйынса төҙөлә: Эш эҙләүгә – социаль контракт төҙөлгән ваҡыттан алып бер ай дауамында 14 991 һум аҡсалата түләү ҡаралған. Эшкә урынлашҡандан һуң өс ай дауамында ла түләнәсәк. Шәхси эшҡыуарлыҡ менән шөғөлләнеүгә (350 мең һумға тиклем). Шәхси ярҙамсы хужалыҡ алып барыуға (200 мең һумға тиклем). Ауыр тормош хәленә юлыҡҡанда алты айға тиклем 14 991 һум күләмендә айлыҡ түләү ҡаралған. Хәҙерге ваҡытта федераль кимәлдә “Ғаилә” милли проекты эшләнә, ул 2025 йылдың 1 ғинуарынан тормошҡа ашырыла башлаясаҡ. Уға ла социаль контракт нигеҙендә дәүләт социаль ярҙамын күрһәтеү буйынса сара индереләсәк. Юлиәнең әйтеүенсә, ғаилә башҡа дәүләт ярҙамынан да файҙалана. Һәр бала өсөн ай һайын 13 мең һумлыҡ пособие алыуҙан тыш, балалар мәктәптә бушлай туҡлана. Әсә ҡыҙҙары менән йәй буйы баҡса үҫтерә, ҡаҙ, өйрәк ҡарай. – Быйыл бесәнде һатып алдыҡ, үҙебеҙ ҙә бер ни тиклем әҙерләнек. Ашлыҡты һатып алабыҙ, – ти хужабикә. – Социаль контракт беҙгә ныҡ ярҙам итте, иптәшем менән шатланып бөтә алмайбыҙ. Һыйыр һанын арттырырға, һөт аҙыҡтары һатыу менән шөғөлләнергә уйлайым. Әле лә һөт-ҡаймаҡ һатам, был аҙыҡ-түлеккә һорау һәр саҡ бар. Ирем әле төрлө эштәрҙә йөрөй, алтын ҡуллы егет ул, машинаһын да ремонтлай, балта эшен дә белә, мал-тыуар ҙа тәрбиәләй. Ҡыҙҙарыбыҙ яҡшы уҡый, уларҙы лайыҡлы тәрбиәләү өсөн тырышлығыбыҙҙы һаласаҡбыҙ. Бала үҫтергән ғаиләләр республикала халыҡ һаны үҫешен тәьмин итеүҙә мөһим роль уйнай. Демографик хәлде яҡшыртыу һәм балалар, ата-әсәләр өсөн уңайлы шарттар тыуҙырыу, ғаилә институтына ярҙам итеү буйынса республика етәкселеге тотороҡло сәйәсәт алып бара. Күп балалы ғаиләләр алдында сығыш яһап, Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров үҙен бөгөн борсоған мәсьәлә хаҡында былай тип белдергәйне: “Беҙҙе бөгөн республикалағы демографик хәл бик борсой. Был – иң ҡатмарлы бурыстарҙың береһе. Һеҙ беләһегеҙ, тыуым беҙҙә кәмей. Бәлки, тап һеҙҙең кеүектәр арҡаһында баҡыйлыҡҡа күскәндәргә ҡарағанда беҙҙә күберәк кеше тыуа башлар. Күп балалы ғаиләләр һәр саҡ Башҡортостан биләмәһендә йәшәгән халыҡтарҙың төп һыҙаты булды. Әйҙәгеҙ бергәләп был традицияны һаҡлайыҡ!” Айрат Нурмөхәмәтов фотоһы. Юлиә ҡыҙҙары менән йәшелсә баҡсаһында.