Балтас районынан Лилиә һәм Марат Хәйруллиндар ғаиләһе “Ямурҙа ихатаһы” глэмпингын асырға йыйына. Проектты тормошҡа ашырыу өсөн улар “Туризм һәм ҡунаҡсыллыҡ индустрияһы” милли проектына ярашлы бирелгән дәүләт грантынан файҙалана. – Беҙҙең Иҫке Ямурҙа ауылының тарихы бик бай, ә тәбиғәте матур, был беҙҙе глэмпинг яҙырғаасыуға илһамландырҙы ла инде. Беҙҙән 300 метр алыҫлыҡта башҡорт милли батыры Салауат Юлаевтың һуңғы яуы уҙған ялан урынлашҡан, яҡында ғына Екатерина юлының айырым өлөштәре һәм күперҙәре һаҡланып ҡалған. Туристар ял итеп кенә ҡалмаһын, ошо ерҙәрҙең тарихын да белһен, тип теләйбеҙ. Бының өсөн ҡыҙыҡлы маршруттар төҙөйбөҙ, – тип һөйләне Лилиә Хәйруллина. Ул инглиз телендә иркен аралаша һәм киләсәктә сит ил туристарын да ҡабул итергә әҙер. Ғаилә башлығы юлһыҙ ер буйлап йөрөү менән мауыға, ике тапҡыр трофи-рейд буйынса чемпион булған. Ул джип-турҙар һәм чемпионаттар уҙғарырға ниәтләй. Өс ҡунаҡ йортон төҙөүгә бүленгән гранттың күләме 4 миллион 500 мең һум тәшкил иткән. Төҙөлөш эштәре тамамланған тиерлек. Хәйруллиндар әйтеүенсә, тиҙҙән балалар майҙансығы, мунса һәм усаҡта ризыҡ әҙерләү урындары барлыҡҡа киләсәк. Хәтерегеҙгә төшөрәбеҙ, “Туризм һәм ҡунаҡсыллыҡ индустрияһы” милли проекты (нацпроект “Туризм и индустрия гостеприимства” ) 2021 йылдан тормошҡа ашырыла. Рәсәй Президенты Владимир Путиндың ҡарары буйынса ул 2030 йылға тиклем оҙайтылды. Фото: Хәйруллиндарҙың шәхси архивынан.