Асҡын районының Мутабаштағы 934-се һайлау участкаһына өс быуындан торған Нәжмиевтар ғаиләһе лә килде. Ғаиләнең иң өлкән ағзаһы, хеҙмәт ветераны Мәймүнә Абдулла ҡыҙына 82 йәш. Ғүмер буйына ире менгән совхозда эшләйҙәр, биш баланы лайыҡлы тәрбиәләп үҫтерәләр. Хәҙер уларҙың ейәндәре һәм бүләләре тормоштарын дауам итә. Мәймүнә Абдулла ҡыҙының бер улы әле махсус хәрби операция зонаһында хеҙмәт итә, тип яҙа “Аскинская новь”. Һайлауға Иҫке Мутабаштың иң өлкән кешеһе , 89 йәшлек Ҡәүи Ғәлинур улы Зарифйәнов улы Рифат менән килеп, лайыҡлы кандидатҡа тауыш бирҙе. Ветеран өйҙә һайлауҙан баш тартып, һайлау участкаһына килеп тауыш биреүҙе хуп күрҙе. Фото: https://vk.com/askinskayanov