Регина һәм Рената Шабаевалар – игеҙәктәр. Икеһе лә Өфө фән һәм технологиялар университетының 3-сө курс студенттары. Рената биология һәм физкультура уҡытыусыһы булырға йыйына, ә Регина башҡорт һәм инглиз телдәрен өйрәнә. Улар үҙҙәрен һәләтле, яуаплы һәм әүҙем студенттар итеп күрһәтте, тип яҙа “Аскинкая новь”. Беренсе курстан уҡ факультет тормошонда ҙур теләк менән ҡатнашалар. –Ни өсөн һайлауҙарға барырға кәрәк? Үҙен илдең гражданы итеп иҫәпләгән һәр кем Ватан яҙмышы, киләсәге өсөн яуаплылыҡ тойорға, уйланырға тейеш. Башҡортостан Башлығын һайлау тап шундай мөһим сәйәси ваҡиға. Йәштәр айырыуса әүҙемлек күрһәтергә тейеш,тип иҫәпләйем, – тине Регина. –Минеңсә, һайлауҙа ҡатнашыу – һәр аңлы кешенең бурысы. Иң лайыҡлы кандидаттарға тауыш биреү республика яҙмышында мотлаҡ сағыласаҡ, – тип һүҙгә ҡушылды Рената. Фото: https://vk.com/askinskayanov