Найти в Дзене
Башҡортостан гәзите

Кешеләрҙең үҙ теләген белдереү теләге арта

“Башҡортостан Башлығын һайлау – 2024” йәмәғәт матбуғат үҙәгендә брифингтар дауам итә. Бында һайлау барышын ойоштороусылар, күҙәтеүселәр генә түгел, политологтар ҙа килә һәм үҙҙәренең күҙаллауҙары менән уртаҡлаша. Әлеге ваҡытта политологтар философия фәндәре кандидаты Сергей Семенов менән тарих фәндәре кандидаты Сергей Лавреньтев был юлы һайлаусыларҙың килеү кимәлен күҙалланы. Сергей Семенов белдереүенсә, был һан 60 проценттан ашыу булыуы ихтимал. “Өс көн дауамында һайлау уҙғарыу һайлаусыларға хөрмәт күрһәтеү формаһы булып тора, был уларға иң уңайлы ваҡыт һайларға мөмкинлек бирә. Был форма беҙҙә нығынды һәм артабан да дауам итер, моғайын, – тине политолог. – Тауыш бирергә килеүселәрҙең һанына килгәндә, ул һайлауҙарҙың законлылығы өсөн мөһим, улар граждандарыбыҙҙың позицияһын, ихтыярын һәм кәйефен сағылдырыусы булып танылған булырға тейеш. Был һайлауҙарҙа тауыш бирергә килеүселәр һаны ярайһы уҡ юғары булыр, тип уйлайым. Республика Башлығын һайлау Башҡортостандағы бөтәбеҙҙең дә тормошона туранан-тура ҡағыла. Кешеләр күп нәмәнең республикала кемдең етәкселек итәсәгенән тороуын аңлай. Кешеләрҙең үҙ ҡарашын белдерергә теләге тыуа. Һайлауҙа ҡатнашыу, тауыш биреүгә ҡарамаҫтан, дәүләт сәйәсәтен яҡлауҙы аңлата. Тауыш бирергә килеүселәрҙең 60 проценттан ашыуы, ә бәлки күберәк тә булыуы ихтимал тип уйлайым”. Сергей Лаврентьев уның фекере менән килеште. Быйыл йәштәр ҙә күберәк килер тигән фекер әйтте. – Беҙҙең йәштәр хәҙер аңлы, һуңғы йылдарҙа улар әүҙем рәүешт һайлауға йөрөй һәм үҙ ҡарашын белдерә. Быйыл да шулай булыр тип уйлайым, – тине ул. Фото: Айрат Нурмөхәмәтов.