“Башспирт” акционерҙар йәмғиәте үҙенең етештереү үҙенсәлектәре арҡаһында республика арышты һатып алған иң эре ойошмаларҙың береһе булып тора. Йылына яҡынса 700 тонна арыш һатып алалар. Игенде һаҡлау өсөн Стәрлетамаҡ ҡалаһы һәм Көйөргәҙе районының Ермолаев ауылында ике майҙансыҡ бар. Был күләм ойошмаға юғары сифатлы эсемлектәр етештереү һәм урындағы етештереүселәргә аҡса эшләү мөмкинлеге бирә. Арыш республиканың 28 районынан һатып алына. Тәү сиратта был Башҡортостандың Үҙәк МТС-ы булһа, икенсе эре етештереүсе - “Урал-тау” ауыл хужалығы предприятиеһы. Мәләүез, Шишмә, Дәүләкән, Бөрө, Дыуан элеваторҙарынан да сеймал һатып алына. Был йәһәттән ойошмаға Башҡортостандың Ауыл хужалығы министрлығы ярҙам итә һәм сифатлы арыш үҫтергән хужалыҡтарҙы тәҡдим итә. Иң мөһиме - киләһе уңышты һатып алыуға килешеүҙәр төҙөлә. Был хужалыҡтарға алдан сәсеү майҙанын планлаштырып, йыйылған уңышты һатыуҙарында ышаныс тыуҙыра. Бал һәм үләндәр тәме килә “Башспирт” файҙалы бальзамдары менән дан тота. Уларҙы әҙерләү өсөн төрлө дарыу үләндәре, еләктәр, тәмләткестәр ҡулланыла. Ҡайһы бер бальзамдарға егермешәр төр үлән инә. Етештереүселәрҙе сифатлы сеймал менән тәьмин итеү өсөн ҙур эш атҡарыла. Шуға ла “Башҡортостан үләндәре”, “Урал емештәре”, ИП Гордеев һәм башҡа ойошмалар менән килешеү төҙөлә. Бальзамдар өсөн солоҡ балын “Шүлгәнташ” ҡурсаулығы етештерә. “Урал” ойошмаһы һәм Башҡортостандың умартасылыҡ һәм апитерапия буйынса фәнни-тикшеренеү ойошмаһы сифатлы йүкә балы һәм кәрәҙ менән тәьмин итә. Үҙебеҙҙең шәкәр ҡулланыла “Башспирт” етештереүҙә шулай уҡ шәкәр ҡуллана. Шуға ла Шишмә һәм Раевка заводтары менән килешеү төҙөлгән. Былтыр был заводтарҙан 100 тонна шәкәр һатып алынған. Әйткәндәй, был заводтарға сеймалды республиканың 200-ҙән ашыу хужалығы тапшыра. Дәүләт ярҙамынан өҙмәй Әлеге мәлдә республиканың умартасылыҡ тармағында үҫеш ҡеүәте юғары. Башҡортостан илебеҙҙе, шул иҫәптән “Башспирт” акционерҙар йәмғиәтен, сит ил баҙарын, умартасылыҡтың ҡиммәтле тауарҙары менән тәьмин итеүгә һәләтлелеген иҫбат итте. Республика етәкселегенең умартасылыҡҡа ауыл хужалығының иң мөһим тармағы тип даими ярҙам итеүе һәм иғтибары, бар яҡлап дәүләт ярҙамы күрһәтеүе - быға аныҡ дәлил. Нәсих Хәлисов коллажы.